Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
15 Февраль 2019, 17:43

НИӘТ – ЯРТЫ ҒӘМӘЛ

Бөгөн районда малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе крәҫтиән-фермер хужалыҡтары күп. Юнир Ғиндулла улы Ғирфанов (Ҡурғаш ауылы) үҙ крәҫтиән-фермер хужалығын 2002 йылда ойоштора. Ошо ваҡыттан алып КФХ үҫештең барлыҡ этаптарын үтеп сыҡҡан. “Башлап ебәреүе һәр саҡ ҡыйын. Әммә ниәт иткәнһең икән – артҡа сигенергә ярамай,” – ти фермер. Бөгөн уның хужалығы малсылыҡ продукцияһы етештереү буйынса алдынғыларҙың береһе.

Тырыш ауыл кешеһе үҙе кеүек яуаплы кешеләрҙе туплаған. Владик Хәлимуллин һәм Илдус Әхмәҙиев малдарҙы ҡарай, Ғүмәр Йомаҙилов “Волга” һауыу аппараты менән һыйырҙарҙы һауа. Илгиз Әхмәҙиев төрлө эштәрҙе башҡара.
Тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштереп, фермерҙың улы Илнур ҙа ҡатыны менән атаһына ярҙам итә. Әйткәндәй, Регинаның һөнәре нигеҙҙә ирҙәргә хас – ул электрсы. Был фермала бик кәрәкле һөнәр. Ул электр сымын һәм розетканы йүнәтеп тә, шул уҡ ваҡытта һыйыр һауып та ҡуя ала. Фермерлыҡ менән шөғөлләнеү еңелдән түгел, әммә Ғирфановтарҙың йәш ғаиләһе ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай.
Ҡурғаш ауылындағы был татыу коллектив етерлек күләмдә бесән һәм сенаж әҙерләгән, фуражды “Әй” АПК-ынан һатып алалар. Көнөнә малдарға 40–50 кг сенаж, кәрәгенсә бесән бирелә. Һыу скважинаһы бар.
“Беҙҙә барыһы 112 баш һыйыр малы иҫәпләнә, һауын һыйырҙарҙы 65 башҡа еткерҙек. Шулай уҡ 8 атыбыҙ, 30 баш ҡош-ҡортобоҙ бар. 52 быҙау үҫтерҙек. 2018 йылда 296,4 тонна һөт, 7,15 тонна һыйыр һәм ҡош ите етештерҙек. 237,1 тонна һөттө һәм 6,37 тонна итте һаттыҡ.
Әле көнөнә 400 литр һөт һауабыҙ. Һыуытыр өсөн 2 тонна һыйҙырышлы “Миллер” һыуытҡысы бар. Етештерелгән продукцияны литрын 21,5 һумдан “Янғантау” шифаханаһы һатып ала. Килешеү буйынса унда ит тә тапшырабыҙ. Был һауыҡтырыу учреждениеһы – ауыл хужалығы эшҡыуарлығы өсөн ышаныслы партнер,” – тип һөйләй Юнир Ғиндулла улы. Киләсәктә ул продукцияны урында эшкәртеп, ҡулланыусыларға сифатлы, яңы етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим итергә, яңы эш урындары булдырырға ниәтләй.
Л. Саҙретдинова. Фото ғаилә альбомынан.

Читайте нас: