Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
19 Февраль 2019, 19:57

АГРАРИЙҘАР ЙОМҒАҠ ЯҺАНЫ, ПЛАНДАР БИЛДӘЛӘНЕ

Ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтарының киңәйтелгән кәңәшмәһендә уҙған ауыл хужалығғы йылына йомғаҡтар яһалды, киләсәккә пландар ҡаралды. Тармаҡтағы эштәргә ентекле анализ менән “Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин сығыш яһаны.

Райондың аграр иҡтисадында хужалыҡ итеүҙең күп төрлө тәртибе урынлашҡан: 3 производство кооперативы, 7 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, 100 крәҫтиән-фермер хужалығы, 6745 шәхси ярҙамсы хужалыҡ эшләй.
Район агросәнәғәт комплексы эшенең төр күрһәткесе булып тулайым етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһы тора. 2018 йылда барлыҡ категория хужалыҡтар тарафынан 1 миллиард 246 миллион һум суммалыҡ тулайым продукция етештерелгән, был, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 4,9 процентҡа күберәк.
Етештерелгән тулайым продукцияла ауыл хужалығы предприятиеларының өлөшө – 15,2%, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының – 11,4%, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың өлөшө 73,4% тәшкил итә.
Үҫемлекселек продукцияһы 351 миллион һумлыҡ йә иһә дөйөм сумманың 28,2 проценты күләмендә етештерелгән. Үҫемлекселек – ауыл хужалығының нигеҙе. Һәр баҫыу сезоны үҙенсә уҙа.
2018 йылда районда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 6604 гектарҙа сәселде һәм йыйып алынды. Эшкәрткәндән һуң 93,117 мең центнер ашлыҡ алынды, уртаса уңдырышлылыҡ гектарынан 14,1 ц тәшкил итте.
1350 гектар сәсеү майҙанынан 2151 тонна ашлыҡ йыйған (гектарынан 15,9 ц) “Әй” колхозы АПК-һы ашлыҡты тулайым етештереү буйынса беренсе урынға сыҡты. Шулай уҡ “Үҙәк” МТС-ның Дыуан филиалы (1615 гектарҙан 1883 т), “Красный Урал” АПК-һы (1256 т) яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. КФХ-лар араһында “Ә. Әхмәтдинов” (664 т), “А. Вәлиев” (435 т), “Ф. Закиров” (375 т) КФХ-лары иң күп ашлыҡ етештерҙе.
Иген культуралары уңдырышлылығы гектарынан 20,1 центнерҙан алып 8,4 центнерғаса булды. Иң юғары уңдырышлылыҡ түбәндәге хужалыҡтарҙа: “Ф. Закиров” КФХ-һы – гектарынан 20,1 ц, “А. Вәлиев” КФХ-һы – 17,4 ц, “Ә. Әхмәтдинов” КФХ-һы – 16,2 ц, “Әй” колхозы АПК-һы – 15,9 ц.
Беҙҙең төбәктә ужым культуралары (арыш, ужым бойҙайы, тритикале) үҫтереү иң һөҙөмтәлеһе булып тора.
Баҙарҙа һорау ҙур булыуын һәм юғары рентабеллеген иҫәпкә алып, киләсәктә район хужалыҡтарында рапс сәсеүлектәре арттырыласаҡ. Былтыр рапс 1319 гектарҙа сәселгәйне, һәр гектарҙан 7,3 центнер уңыш алынды, айырым участкаларҙа 18–19 центнерға етте.
Мал аҙығы әҙерләү йүнәлешендә кукуруз үҫтереүҙең ыңғай тәжрибәһе бар. “Әй” колхозы АПК-һы 100 гектарҙа кукуруздың иртә өлгөрөүсән “Уральский–150” һәм “Машук–150” сорттарын үҫтерҙе һәм һәр гектарҙан 35 тонна йәшел масса алды.
Отчет йылында “Уңыш” АП-һы ЯСЙ-һы 30 гектарҙа картуф ултыртты, уңдырышлылыҡ гектарынан 220 центнер тәшкил итте. Быйыл картуф майҙанын арт- тырыу планлаштырыла.
2019 йыл уңышы өсөн яҡшы нигеҙ булдырылған: 1700 гектарҙа ужым культуралары, шул иҫәптән 320 гектарҙа ужым бойҙайы, 1380 гектарҙа ужым арышы сәселгән. Туңға һөрөү 3800 гектарҙа йәғни планға ҡарата 100% башҡарылған.
Район хужалыҡтары 952 тонна орлоҡ һалған (планға ҡарата 76,9%), шул иҫәптән бойҙай – 521 т, һоло – 239 т, арпа – 97 т, ҡарабойҙай – 27 т, борсаҡ 60 т.

Малсылыҡ үҫеше мал аҙығына туранан-тура бәйле
Тулайым продукция структураһында малсылыҡ продукцияһы ҙур урын биләй. 2018 йылда ул 895 миллион һумлыҡ етештерелде һәм дөйөм сумманың 71,8 процентын тәшкил итте.
Үҫемлекселектәге барлыҡ уңыштар һәм уңышһыҙлыҡтар малсылыҡ торошона йоғонто яһай. Әле малсылар өсөн еңел булмаған осор – мал ҡышлатыу бара, бында аҙыҡ базаһы ҙур роль уйнай. Бесән 17 мең тонна йә иһә 138 процентҡа, сенаж 12 мең тонна (95%), силос 1,6 мең тонна (100%) әҙерләнгән.
Барлыҡ категория хужалыҡтарҙа һыйыр малдарының, аттарҙың, һарыҡтарҙың бер ни тиклем артыуы күҙәтелә. Төп үҫеш крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына тура килә. 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата һыйыр малдары 12402 баш тәшкил итте (уҙған йылдың ярашлы осорона ҡарата 100,2%), шул иҫәптән һыйырҙар 5795 баш (100,1%). Аттар 1773 баш (106%). Һарыҡтар 9930 баш йә иһә уҙған йылға ҡарата 100,4%. Ҡош- ҡорт һәм умарталарҙың бер ни тиклем кәмеүе күҙәтелә (шуға ярашлы 0,2 һәм 1,4 процентҡа).
Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 4382 баш һыйыр малы (уҙған йылға ҡарата 101,8%), шул иҫәптән 2025 һыйыр (100,2%); 1041 баш йылҡы малы (111,8%), 1148 баш һарыҡ-кәзә (102,5%), 971 баш бөтә төр ҡош-ҡорт (79,3%), 216 умарта (75,5%) аҫрала.
Ауыл хужалығы предприятиеларында һыйыр малының 4,8 процентҡа, шул иҫәптән һыйырҙарҙың 4,5 процентҡа кәмеүе ҙур борсолоу тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында һыйыр малы, аттар һәм һарыҡтар шуға ярашлы 8,1, 11,9 һәм 2,5 процентҡа артҡан.
Райондың ҡайһы бер ауыл хужалығы предприятиеларында малдар нигеҙһеҙ кәметелгән. Мәҫәлән, Тимирязев исемендәге АПК-ла, уҙған йылдың ярашлы осоро менән сағыштырғанда, һыйыр малы 24,1 процентҡа, “Ғаилә фермаһы” АП-һы ЯСЙ-һында 14,9 процентҡа кәмегән.
2018 йылда ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 60675 центнер һөт етештерелгән (2017 йылға ҡарата 102,2%). 49640 ц һөт һатылған (103,5%).
2018 йылда ауыл хужалығы предприятиеларында етештерелгән һөт – 30513 центнер (2017 йылға ҡарата 100,2%). Тимирязев исемендәге АПК һөт етештереүҙе 9,1 процентҡа, “Ғаилә фермаһы” АП-һы ЯСЙ-һы 22,9 процентҡа ҡыҫҡартҡан. Һөт – хужалыҡ кассаһына көн һайын табыш килтерә торған берҙән-бер продукция. Ауыл хужалығы предприятиеларында һөт һатыу 2017 йылдың ярашлы осорона ҡарата 100,3% тәшкил итте. Тимирязев исемендәге АПК һөт һатыуҙы 6,7 процентҡа, “Красный Урал” АПК-һы 2,6 процентҡа нигеҙһеҙ рәүештә кәметкән.
2018 йылда ауыл хужалығы предприятиеларында малдарҙың продуктлылығы күтәрелде. Һәр һыйырҙан 4015 кг һөт һауылған, был 2017 йылдағынан 310 килограмға күберәк. Һыйыр малдарын үҫтереүҙә уртаса тәүлек артым 615 грамм, 2017 йылдағынан 47 грамға кәмерәк булды.
6436 ц ит етештерелгән (2017 йылға ҡарата 102,7%). Тере ауырлыҡта 4544 ц мал һатылған, был 2017 йыл менән сағыштырғанда 11,8 процентҡа кәмерәк. Айырым ауыл хужалығы предприятиеларында йәш һыйыр малдарының кәметелеүе был күрһәткестең түбәнәйеүенә сәбәпсе булды. Һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу малдарҙың продуктлылығын арттырыуҙың төп ысулы булып тора. Ҡыҫҡа срок эсендә һәм артыҡ сығымһыҙ үрсетелгән малдың сифатын яҡшыртырға мөмкин. Ләкин бөгөн һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу “Әй” АПК- һында ғына ойошторолған. “Р. Нотфуллин”, “О. Ғиндуллин”, “Мәрмәр дала” КФХ- ларында стимуляция ысулы менән һыйырҙарҙы ҡасырыу ойошторолдо.
2018 йылда 4,31 миллион һум дөйөм суммаға 40 баш ҡара сыбар тана һатып алынды: “О. Ғиндуллин” КФХ-һына – 25 баш, “Р. Нотфуллин” КФХ-һына – 15 баш.
Быйыл “Әй” колхозы АПК-һы базаһында ҡара сыбар малдарҙы үрсетеү буйынса тоҡом репродукторы асыуҙы планлаштырабыҙ.

Сифатлы мал аҙығы – яҡшы продуктлылыҡ нигеҙе
Үкенескә ҡаршы, мал аҙығын әҙерләгәндә бик күп хаталарға юл ҡуйыла. Оптималь сроктар файҙаланылмай. “Әй” АПК-һынан тыш, бер генә хужалыҡта ла кукуруздан силос әҙерләнмәгән. Мал аҙығының бер нисә төрөн бутап биреүсе заманса миксер-таратҡыстар һатып алырға кәрәк. Ошолай туҡландырыу мал аҙығының үҙләштерелеүен яҡшырта, тимәк, малдарҙың продуктлылығын арттыра. Фураж игене структураһында һоло өҫтөнлөк итә, арпа, борсаҡ, кәрешкә һәм башҡа ҡиммәтле культуралар бик аҙ. Малсылыҡ биналарының иҫкереүе һәм уларҙа капиталь ремонт уҙғарылмауы сәбәпле, тейешле микроклимат булдырылмай. Ошоларҙың барыһы ла һөҙөмтәлә малдарҙың продуктлылығында сағыла һәм продукция етештереүҙең кәмеүенә килтерә.

Тракторҙар һәм комбайндар паркы яңыртыуҙы талап итә
Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 123 берәмек техника иҫәпләнә. 2018 йылда 2 яңы трактор һатып алынды: Мәсәк ауылында КФХ башлығы Л.Р. Хафизов лизингҡа 2,7 миллион һум суммаға ҡорамалдар менән “Беларус-1221” тракторын, Иҙрис ауылында КФХ башлығы Ф.К. Вәлиуллин “Яңы эш башлаусы фермер” программаһы буйынса грант яулап, “Беларус-82.1” тракторын алды.
Райондың һөрөнтө ерҙәре 43100 гектар булыуын иҫәпкә алһаң, 1 тракторға 350 гектар майҙан тура килә. Мониторинг һөҙөмтәһенә ярашлы, тракторҙарҙың “уртаса йәше” – 18,9. Уларҙың 60 проценты иҫкергән.
Яңы тракторҙарҙың күпселеге респуб- лика бюджетынан субсидиялана. Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондары өсөн субсидия ставкаһы 50 процентҡа тиклем барып етә.
Йәмғеһе 19 иген урыу комбайны иҫәпләнә, уларҙың 15-е игенде һуғырға һәләтле. 1 комбайнға 420 га майҙан тура килә. Уларҙың “уртаса йәше” – 24. Комбайндар паркы шулай уҡ иҫкергән һәм 75 процентҡа яңыртыуҙы талап итә. Төньяҡ-көнсығыш райондар өсөн иген урыу комбайндары 55 процентҡа тиклем ставка буйынса субсидиялана.
Мал аҙығы урыу комбайндары районда 13 берәмек һәм уларҙың 6-һы ғына үҙйөрөшлө. 1 комбайнға эш йөкләнеше 118 гектар тура килә. Силос һәм сенаж культуралары майҙаны ҙур булмауы сәбәпле, йөкләмә түбән. Был комбайндарҙың “уртаса йәше” – 19. Парк шулай уҡ иҫкергән. Етерлек күләмдә сенаж, силос әҙерләү өсөн, үҙйөрөшлө мал аҙығы урыу комбайндарын һатып алырға кәрәк.
Иген таҙартыу һәм киптереү комплекстары булмауы сәбәпле, “Ыҡ”, “Төньяҡ-Көнсығыш” ауыл хужалығы предприятиелары ЯСЙ-ларында, барлыҡ фермер хужалыҡтарында иген киптерелмәй һәм тейешле кондицияға еткерелмәй. Бының өсөн иген таҙартыу- киптереү ҡорамалдарын һатып алырға кәрәк, субсидия бүленә, уның ставкаһы 50 процентҡа тиклем.
Районда ике эшҡыуар: Р. Сәйҙәхмәтов менән Ф. Камалетдинов ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдарын ремонтлау буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. 2018 йылда улар тарафынан 850 мең һумлыҡ эштәр башҡарылған.
“Р.Р. Сәйҙәхмәтов” шәхси предприятиеһы – двигателдәрҙе ремонтлау; “Ф.Р. Камалетдинов” шәхси предприятиеһы юғары баҫымлы яғыулыҡ насостарын ремонтлау һәм көйләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә.

Кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тора
Ауыл хужалығы производствоһының һөҙөмтәле эше, тотороҡло үҫеше өсөн кадрҙар потенциалы ҙур әһәмиәткә эйә. Район хужалыҡтарында кадрҙар проблемаһы ярайһы уҡ киҫкен тора. Ябай эшселәргә лә ихтыяж ҙур: машина менән һауыу операторҙары, слесарҙар, водителдәр, механизаторҙар, ветеринария белгестәре етешмәй. Күпселек хужалыҡтарҙа төп эшсе көстө пенсия алды һәм пенсия йәшендәге кешеләр тәшкил итә. БР Башлығының “Агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциялына ярҙам күрһәтеү тураһында” Указы ғәмәлгә инде. Ауылға эшкә килгән урта һөнәри һәм юғары белемле белгестәргә 500-әр мең һум аҡса түләнәсәк.

Кооперацияны үҫтереү – етештерелггән продукцияны һатыу юлы
Бөгөн районда 7 мең тирәһе шәхси ярҙамсы хужалыҡ, 100 фермер хужалығы иҫәпләнә. Улар барлыҡ тулайым продукцияның 85 процентын етештерә. Шәхси хужалыҡтар һәм КФХ-лар күпселек ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү буйынса өҫтөнлөктө ҡулдан ысҡындырмай. Улар тарафынан районда картуфтың 98, йәшелсәнең 100, һөттөң 80 проценты етештерелә. Беҙҙең район халыҡтан һөт йыйыу буйынса иң яҡшы биш муниципалитет араһына инә. 2018 йылда халыҡтан 3,0 мең тонна һөт йыйылған (һәр һыйырҙан 811 кг). Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың иҡтисадын үҫтереү өсөн, уларҙы кооперацияларға берләштерергә кәрәк. Район халҡында 740 трактор, 223 тағылма, 4 иген урыу комбайны, 3 үҙйөрөшлө сапҡыс, 243 йөк автомобиле, башҡа производство саралары, күсемһеҙ мөлкәт иҫәпләнә. Был матди ресурстарҙы берлектә файҙаланыу, эште коллектив алып барыу шәхси хужалыҡтарҙың иҡтисади потенциалын һиҙелерлек күтәрәсәк. Кооперация ауыл халҡына продукцияны отошло һатырға, һатыу селтәренә сығырға ярҙам итәсәк. 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата районда 3 ҡулланыусылар кооперативы төҙөлгән: халыҡтан йәшелсә йыйыу буйынса “Йәшлесәле төбәк” кооперативы, һөт йыйыу һәм сыр етештереү буйынса “Йыланлынан һөт” кооперативы, картуф йыйыу, һаҡлау, һатыу буйынса “Ҡыйғы картуфы” кооперативы. Былтыр ике кооператив килем килтереүсе проекттар буйынса конкурстың тәүге турын үтте. Үкенескә ҡаршы, уларҙың береһе генә икенсе турҙа ҡатнаша алды. “Йыланлынан һөт” кооперативы 2673,4 мең һумлыҡ грант яулауға өлгәште. Был Программа 2020 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Районда ауыл хужалығын артабан үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар бар. Бының өсөн алдынғы технологияларҙы, хеҙмәтте ойоштороуҙың прогрессив алымдарын ғәмәлгә индерергә, нигеҙле иҫәпләүҙәр алып барырға кәрәк.


Л. Саҙретдинова яҙып алды. Автор фотоһы.

Читайте нас: