Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
19 Февраль 2019, 19:29

МАЛСЫЛАР ҮҘ БЕЛЕМДӘРЕН АРТТЫРҘЫ

Ошо көндәрҙә районда малсылыҡ буйынса уҡыу ойошторолдо. Свердловск өлкәһе Новоуральск ҡалаһы “Уральская” агрофирмаһы зоотехник-консультанты В. Токарев малсыларға бик күп файҙалы мәғлүмәт бирҙе. Юғары сифатлы продукция алыуҙа малдарҙың тоҡом сифаттары, мал аҙығы сифаты, тармаҡта эшләүсе кадрҙар иң мөһиме булып тора, тигән фекер ярылып ята ине уның сығышында.

“Һыйырҙарҙы ашатыу” темаһын асып, Владимир Александрович: “Мал аҙығын сығым тип ҡарарға ярамай, ә уны производствоға инвестиция булараҡ ҡабул итергә кәрәк. Һайырға күпме бирәһең, шунса ғына алырға мөмкин, – тип һөйләне. – Мал аҙығы хаҡын ғына иҫәпләргә түгел, ундағы туҡлыҡлы матдәләрҙе лә иҫәпкә алырға кәрәк. 1 кг һөткә мал аҙығы хаҡы – төп күрһәткес”. Артабан ул күләмле мал аҙығы сифатын контролләү, малдар рационын туҡлыҡлы матдәләр, микро һәм макроэлементтар буйынса баланслау мәсьәләләренә туҡталды. Һыйырҙарҙы эсереү үҙенсәлектәрен дә аңлатып китте: “Һыйыр рационында бер кг ҡоро матдәгә 4,5 л һыу талап ителә. Бер нисә сәғәт дауамында ғына ла һыу етешмәүе һөттөң кинәт кәмеүенә сәбәпсе була. Һыуҙың температураһы ла һауымға йоғонто яһай, уның +15 градустан +20 градусҡаса булыуы яҡшыраҡ. Һыуҙың эсергестән ниндәй тиҙлек менән бирелеүе лә мөһим – минутына 10 л булырға тейеш,” – тип өйрәтте белгес.
В. Токарев тыңлаусыларҙың йәш малдарҙы үҫтереү, һыйырҙарҙың һөтөн арттырыу, ит етештереү технологияһына ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе.
Л. Ибраһимова.

Читайте нас