Эксплуатацияланған техниканың торошо хәүефһеҙлек нормаларына ярашлы булыуын тикшереү, шулай уҡ төрлө хоҡуҡ боҙоуҙарҙы киҫәтеү маҡсатында район хужалыҡтарында тракторҙарҙы һәм тағылмаларҙы техник тикшереү башланды. Техник күҙәтеү хеҙмәте тикшереүҙе уҙғарғанда махсус диагностика приборҙарын ҡуллана. 20 мартҡа ҡарата ауыл хужалығы предприятиелары техник тикшереүгә 9 тракторҙы һәм 5 тағылманы ҡуйған. 7 трактор һәм 4 тағылма төҙөк тип табылған.
Ҡыйғы районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы секторы мөдире Т. Хизбуллин менән бергә беҙ Ҡурғаш һәм Иҙрис ауылдары крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында булдыҡ. И. Ғирфановтың КФХ-һында 2009 йылғы “Беларус-826” тракторы бар. Барлыҡ ауыл хужалығы эштәре уның ярҙамында башҡарыла. Диагностиканы уҙғарғанда боролошто күрһәткестәрҙең төҙөк булмауы, руль менән идара итеүҙә люфттың юғарыраҡ булыуы асыҡланды. “Бындай етешһеҙлектәре булған техниканы файҙаланырға ярамай, етешһеҙлектәрҙе ашығыс рәүештә бөтөрөргә һәм техниканы 20 көн эсендә ҡабаттан техосмотрға сығарырға кәрәк,” – тип һығымта яһаны Танир Фәрүәж улы. “2 ПТС-4” арбаһының төҙөк булыуы асыҡланды.
Р. Ғәйнуллин исеменә теркәлгән 2012 йылғы “Беларус-82.1” тракторы һәм яңы “2 ПТС-4” арбаһы техник тикшереүҙе һис ниндәй иҫкәртеүһеҙ үтте. Шулай уҡ Иҙрис ауылында фермер В. Вәлиуллиндың яңы техникаһы эшкә рөхсәтте һис ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ алды. “Техник тикшереү үтмәгән техниканы файҙаланыу РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 9.3 өлөшө буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыуға килтерә. Ғәйепле кеше штрафҡа тарттырыла һәм 6 айға тиклем водитель хоҡуғынан мәхрүм ителә,” – ти Т. Хизбуллин.