Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
2 Апрель 2019, 16:14

ӨЛГӘШЕЛГӘНДӘРҘӘ ТУҠТАЛЫП ҠАЛМАҪҠА

“Әй” ауыл хужалығы производство кооперативында 2018 йылда ренттабеллек 15,7% тәшкил иткән. Был турала уҙған йыл йомғаҡтары буйынса үткән отчет йыйылышында хужалыҡтың баш экономисы Р. Мөхәмәтдинов хәбәр итте.

Колхоз рәйесе А. Нотфуллин билдәләп үтеүенсә, хужалыҡ йылдан-йыл ыңғай һөҙөмтәләргә ирешә, йыл һайын машина-тракторҙар паркы яңыртыла, тоҡомсолоҡ хужалығы статусын алыу маҡсаты ҡуйылған. Йүкәлекүлдәр яҙғы баҫыу эштәрен уҙғарырға әҙер. Орлоҡ етерлек һәм ул тейешле кондицияға еткерелгән, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алынған.
Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов үҙ сығышында “Әй” колхозының районда иң алдынғы һәм уңышлы хужалыҡтарҙың береһе булып тороуын билдәләне, райондың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн, хужалыҡ хеҙмәтсәндәренә рәхмәт белдерҙе, өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмаҫҡа, артабан тағы ла яҡшыраҡ эшләргә, ҙурыраҡ һөҙөмтәләргә ирешергә саҡырҙы. Сара һуңында иң тырыш хеҙмәтсәндәргә бүләктәр тапшырылды.

Читайте нас: