“Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин әйтеүенсә, бөгөнгә беҙҙең районда 870 гектарҙа ужымдар һәләк булған, был дөйөм майҙандың 48 процентын тәшкил итә. “Ужым культураларының һәләк булыуына ҡар ирегәндән һуң көндәрҙең оҙаҡ ваҡыт һалҡын тороуы сәбәпсе булды. Ошо фонда бәшмәк ауырыуҙары үҫешә башлаған. Тупраҡты анализлау фосфор һәм калийҙың аҙ булыуын күрһәтә. Ашламаларға хаҡ юғары булыуы арҡаһында хужалыҡтар уларҙы ҡуллана алмаған. Фосфор һәм калий элементтарын тейешенсә индергәндә, үҫемлектәр ҡыштың һәм яҙҙың имен булмаған факторҙарына ҡаршы тора алыр ине. Үкенескә ҡаршы, аҡса етешмәүе арҡаһында ужымдар страховкаланмаған. Ләкин, әгәр республикала ужымдарға бәйле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителһә, хужалыҡтар, һәләк булған ужымдар урынына ҡайтанан сәсеү өсөн, дәүләт ярҙамына – күрелгән зыяндың 50 проценты күләмендә компенсация алыуға иҫәп тота ала,” – тип һөйләне Ришат Ғәбделхаҡ улы.