Бөгөнгә 134 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу тамамланған. Был эште механизатор Эдуард Әхмәҙиев башҡарған. Бөгөн ул яҙғы иген культуралары сәсеү өсөн тупраҡты әҙерләй – ДТ-75 тракторына беркетелгән тешле тырмалар менән баҫыуҙы эшкәртә. Шулай уҡ “С. Нотфуллин” КФХ-һынан механизатор Радик Зөбәйеров ярҙамға килгән, ул Т- 150 тракторында БДМ 4Х4 агрегаты ярҙамында тупраҡты дискылауҙы башҡара.
Хужалыҡта 20 гектарҙа борсаҡ, 60 гектарҙа арпа сәселгән. Бөгөн беренсе репродукциялы “Конкур” һолоһон сәсеүҙе МТЗ-82 тракторына беркетелгән СЗ-3,6 сәскесе менән Илгиз Шафиҡов бойомға ашыра.
Орлоҡтар кондициялы, ауырыуҙарға ҡаршы эшкәртелгән. Дыуан күп профилле колледжы филиалы уҡыусылары, буласаҡ механизаторҙар Эмиль фәйрүшин, Адис Фәтихов һәм Адис Самиҡовтар сәсеүселәр булып эшләй. Орлоҡто Шамил Хажиев ташый. Ул ашнаҡсы ролен дә үтәй, хеҙмәтсәндәр өсөн көнөнә ике тапҡыр аш-һыу әҙерләй.
Игенселәр алдында 86 гектарҙа яҙғы бойҙай сәсеү, 55 гектар буш ятҡан ерҙәрҙе эшкәртеү бурысы тора.
“Сәсеү эштәре башҡарылғас, барлыҡ баҫыуҙар тупраҡта дым һаҡлау маҡсатында катуклап сығыласаҡ. Көндәрҙең һалҡынса тороуы арҡаһында аҡтамыр таралып киткән. Үкенескә ҡаршы, көҙҙән беҙ системалы гербицидтар менән эшкәртеүҙе үткәрә алманыҡ. Ҡыяҡлылар төп йәйгән осорҙа мочевина өҫтәп сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеүҙе башҡарасаҡбыҙ,” – ти фермер.