Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
14 Май 2019, 17:19

МАЛДАР ЙӘЙЛӘҮҘӘРГӘ КҮСӘ

Календарҙа – май уртаһы, малдар күптән яландарға сығарылған. Ләкин ккөтөүселәр табылмауы сәбәпле, һәр ауылда ла малдарҙы ккөтөү ойошторолмаған.

Йыш ҡына халыҡтың малдары тегендә-бында ҡарауһыҙ йөрөй. Был проблеманы хәл итеүгә КФХ башлығы Юнир Камалов тотонған. Ул халыҡтың малдарын йәйге ваҡытта ҡарауҙы ойошторған. Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡта, Шалҡан тауы итәгендә йәйге лагерь йәйелдерелгән. Ул ҡояшлы һәм ышыҡ урында урынлашҡан. “Былтыр беҙ яҙҙан көҙгәсә 128 баш тананы һәм үгеҙҙе ҡараныҡ. Бөгөнгә 50 башты ҡабул итеп алғанбыҙ. Ауыл халҡы һыуалған һыйырҙарҙы һәм быҙауҙарҙы ҡабул итеүебеҙҙе лә һорай. Беҙ уларҙың теләгенә ҡаршы килмәйбеҙ. Көтөүгә ветеринария белешмәһе булғанда ғына алабыҙ. Һыйыр малдары сирләп китһә, белгестәрҙе саҡырабыҙ,” – тип һөйләй Юнир Фәүзи улы.
Фермер йәйге лагерҙы етди әҙерләгән. Көтөүлек таҙартылған, Соңҡа йылғаһында дүрт быуа яһалған, малдарҙы эсереү өсөн тейешле шарттар булдырылған. Шулай уҡ ялан кәртәһе йүнәтелгән, ямғырлы көндә малдарға ышыҡланыу өсөн япма яһалған, утлыҡсаларға тоҙ һалып сығылған. Көтөүселәр өсөн яҡшы көнкүреш шарттары булдырылған өй бар. Йәнә лә мунса һәм душ бүлмәһе төҙөлә.
Шуға ла Рифат Вәлиев тәҡдим ителгән эшкә ихлас тотонған. “Миңә мал көтөү өсөн ат бирҙеләр. Ғаиләм дә бында киләсәк, бергәләп эшләйәсәкбеҙ. Йорт тирәләй гөл-сәскә ултыртасаҡбыҙ,” – тип уй-ниәттәре менән уртаҡлаша ул.
Болондарҙағы үлән көндән-көн күтәрелә. Хужалар лагерҙағы үҙ малдары өсөн тыныс була ала.

Читайте нас: