Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
17 Май 2019, 18:37

Баҫыуҙарҙа – ҡеүәтле техника

Туғыҙлы ауылы эргәһендәге баҫыуҙа ике юғары етештереүсәнле “Джон Дир-730” сәсеү ккомплексы эшләй башланы.

Туғыҙлы ауылы эргәһендәге баҫыуҙа ике юғары етештереүсәнле “Джон Дир-730” сәсеү комплексы эшләй башланы. Уларҙы бында орлоҡ тейәлгән “КаМАЗ” автомобилдәре көтә ине.
Быйыл “Үҙәк” МТС-ы баҫыуҙарында 2118 гектар майҙанда яҙғы иген культуралары сәсергә кәрәк, шул иҫәптән ужымдар урынына 593 гекттар майҙанда ҡабаттан сәсеү талап ителә. 654 гектарҙа ужымдар һаҡланып ҡалған, улар азотлы минераль ашламалар менән туҡландырылған. Бер гектарға физик үлсәм менән 80 кг иҫәбенән амиак селитраһы индерелгән.
Предприятиеның баш агрономы Н. Ҡотошев: “174 гектарлыҡ баҫыуға яҙғы бойҙайҙың беренсе репродукциялы яңы “Симбирцит” сортын сәсеп сығырға кәрәк. алдан был майҙанда ужым арышы сәселгәйне. Баҫыу көҙҙән дискылап сығылды, яҙ көнө был технологик операцияны ҡабаттан башҡарҙыҡ. Сәсеүҙә механизаторҙар А . Митюшин, С. Вавиленков, сәсеүселәр Ф. Хужин менән В. Пашков эшләй. Тупраҡты дискылауҙы “Джон Дир” тракторына беркетелгән дискылы БДМ-6,2 тырматҡысы ярҙамында В. Петрожидовский башҡара. “КаМАЗ” автомобилендә орлоҡто Ю. Әхәтов, М. Сафин, Ф. Фазлетдинов ташый. Сәсеүҙе бер гектарға физик үлсәм менән 100 кг иҫәбенән аммоний сульфаты индереү менән бергә алып барабыҙ. Бөгөнгө көнгә 500 гектарҙа яҙғы “Ирень” сортлы икенсе репродукциялы бойҙай сәселгән,” – тип һөйләй. Арыҫлан ауылы эргәһендәге икенсе участкала И. Митюшин “Юбилей” сортлы яҙғы рапс орлоғон сәсә. Рапс 436 гектар майҙанды биләргә тейеш, шулай уҡ 200 гектарҙа ҡарабойҙай сәсеү планлаштырылған. Сәсеү материалы төрлө сир һәм ҡоротҡостарға ҡаршы ағыуландырылған. Сәселгән баҫыуҙа тупраҡ өҫтөн катуклауҙы механизатор А. Ежов башҡара. Баҫыу эштәрендә ҡатнашыусыларҙы дүрт тапҡыр ҡайнар аш менән туҡландырыу ҡаралған. Аҙыҡты Арыҫлан ауылынан М. Закирова әҙерләй, Н.Ҡотошов эш урынына алып барып тарата.


Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.

Читайте нас: