Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
28 Май 2019, 13:40

ҠУРҒАШТА ЙӘШТӘР ҠАЛДАУ ЕРҘӘРҘЕ ЭШКӘРТӘ

Ҡурғаш ауылында ауыл хужалығында эшләргә теләүсе йәштәр донъя көтә. Улар һөт етештерә, ашлыҡ сәсә, икмәк һәм картуф үҫтерә, оҙаҡ ваҡыт ташландыҡ ятҡан ерҙәрҙе яйлап эшкәртә. Бында ғаилә менән бергәләп эшләү хуп күрелә.

Динар Шакиров картуф һәм йәшелсә үҫтереү менән беренсе йыл ғына шөғөлләнмәй. 2018 йылда картуфты 25 гектар майҙанда үҫтергән. Уңыш ярайһы уҡ яҡшы булған, “икенсе икмәкте” һатыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған, әҙерләүселәр продукцияны үҙҙәре килеп алған.
Быйыл Динар Дауыт улы 12 гектар майҙанда картуф ултыртҡан. Шуның 6 гектарын – “Гала” сорты, дүртеһен – “Ред Скарлетт” һәм ике гектарын “Белороза” сорты биләй. Бүлбеләрҙе “Престиж” һәм “Борагум М” биопрепараттары менән эшкәрткәндәр. Д. Шакиров тупраҡты әҙерләүгә һәм картуф сәсеүгә Йонос ауылынан тәжрибәле картуф үҫтереүсе Юнир Ниғәмәтовты йәлеп иткән. Баҫыу майҙанын арттырыу өсөн дүрт гектар ҡалдау ерҙе үҙләштергән.
Беҙ килгәндә картуф сәсеү тамамланғайны инде, бар ялан буйлап картуф ултыртҡыстың тип-тигеҙ юлдары һуҙылып киткән. “Картуф үҫтереү – ярайһы уҡ ауыр эш. Уны етештереүҙе уңышлыраҡ алып барыу өсөн “Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү” республика программаһында ”Картуф һәм йәшелсәләрҙе йыйыу, һаҡлау, сорттарға айырыу, төргәкләү һәм һатыу” йүнәлеше буйынса ҡатнашырға ҡарар иттем. 500 тоннаға иҫәпләнгән йылы картуф һаҡлағыс ангар төҙөргә, йыуыу, таҙартыу һәм картуфты сорттарға айырыу өсөн ҡорамалдар һатып алырға йыйынам. Килем килтерергә тейешле проект өс миллион һумға иҫәпләнгән”.
Улының был башланғысын атаһы Дауыт Шаһивәли улы ла хуплап ҡаршы алған һәм Динар етәкләгән инициатива төркөмөнә ҡушылған, унда барыһы 11 кеше иҫәпләнә. “Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы баш белгесе Ф. Шәрхетдинов әйтеүенсә, 3–13 июндә республика конкурс комиссияһы килем килтереүсе проекттар программаһында ҡатнашырға теләүселәрҙән документтар ҡабул итәсәк, беҙҙең райондан биш инициатива төркөмө үҙ бизнес- проекттарын тапшырасаҡ.


Автор фотоһы.

Читайте нас: