Р. Ғәйнуллин быйыл 50 гектар ҡалдау ерҙе үҙләштергән. Был майҙанға һоло сәскән. Был эште механизатор Вадим Минниәхмәтов СЗ-3,6 сәскесе менән “ЮМЗ-6” тракторында башҡарған. “Киләсәктә лә элекке “Әбдрәзәк” совхозының ташландыҡ ятҡан баҫыуарын эшкәртергә ниәтләйбеҙ. Йыл һайын 50 гектар ерҙе үҙләштереп, бойҙай сәсергә уйлайбыҙ. Быйыл ужым бойҙайын сәсергә йыйынам”, – тип һөйләне йәш фермер.
Үҫемлекселек менән бергә ит етештереү менән шөғөлләнеү теләге лә бар уның. Мул маҙ аҙығы базаһы бар. 60 гектар майҙанды биләгән ҡуҙаҡлы күп йыллыҡ үләндәр баҫыуы яҡшы торошта.