Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
5 Июнь 2019, 13:57

УҢЫШ НИГЕҘЕ – ЫШАНЫСЛЫ ХЕҘМӘТТӘШЛЕКТӘ

Алағуздарҙың продукцияһы баш ҡала магазины кәштәләрендә урын алған

БР Ауыл хужалығы министрлығы белешмәләре буйынса республикала етештерелггән ауыл хужалығы продукцияһының яртыһынан күберәгге шәхси хужалыҡ-- тар өлөшөнә тура килә. Тормош үҙггәреп тора, бөггөн ҡала халҡы химия ҡулланылмайынса, ауылда етештерелгән, тәбиғи аҙыҡ-түлекә өҫтөнлөк бирә. Алағуз ауылы старостаһы Илнур Зарипов яҡташтарына үҙҙәренең продукцияһын һатыуҙы яйға һалырға ярҙам итергә була. Әле ауыл халҡының һәм ҡала вәкиленең берлектәге эшмәкәрлеге яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Күмәк эш уңыш килтерә башлаған. Ауыл халҡы йорт малдарын арттыра, үҫтереүгә быҙау, ҡош-ҡорт һатып ала. Ауыл халҡының тормошо ла яҡшыра. “Кооперативҡа берләшеп, беҙ ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади үҫешендә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшә алабыҙ. Бының өсөн бергәләшеп тырышырға кәрәк,” – ти Илнур Зарипов.
“Тыуған ауылымда ялда булғанда, яҡташтарым менән аралашып, уларҙың үҙҙәре етештергән продукцияны һата алмауҙарын аңланым. Һатып алыусы табылған саҡта ла, артыҡ осһоҙ хаҡҡа ғына алып китә икән. Мин был мәсьәләне хәл итеүҙә ауылдаштарыма ярҙамлашырға ҡарар иттем. Стәрлебаш районы тәжрибәһе менән ныҡлап таныштым һәм Өфө ҡалаһының Үҙәк баҙары эргәһендә сауҙа нөктәһе астым. Артабан Алағуз ауылында етештерелгән һөт продукцияһын һатыуға ташый башланым.
Халыҡ мине хуплап сыҡты, шулай итеп, ауыл–ҡала–ауыл схемаһы эшләй башланы, – тип һөйләй И. Зарипов. – Һөттө һатып алыу хаҡы, сезонға ҡарап, үҙгәреп тора, әле бер литрын 25 һумға ҡабул итәбеҙ. Уны Илсиә Хажиева йыя. Беҙҙең менән шулай уҡ Алексей Даутов, Сәлихйән Зарипов, Илшат Вәлиев һәм башҡалар әүҙем хеҙмәттәшлек итә”. “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү” Республика программаһында ҡатнашыу өсөн инициатива төркөмө төҙөү мәсьәләһе килеп баҫҡас, 35 кеше унда ағза булырға теләк белдерә. Инициатива төркөмөнөң етәксеһе итеп Илнур Салауат улын һайлап ҡуялар. Киләсәктә ит эшкәртеү буйынса кооператив төҙөп, Алағуз ауылы халҡы үҙҙәрендә итте тураҡлау, төргәкләү, билмән, ҡаҙылыҡ һәм башҡа аҙыҡ етештереү менән шөғөлләнергә йыйына. Был маҡсатты тормошҡа ашырыуға 3,3 млн һумлыҡ дәүләт ярҙамы алырға иҫәп тоталар. Уларға итте эшкәртеүгә модулле цех һәм һыуытҡыс ҡорамалдар менән йыһазландырылған йөк автомобиле кәрәк.
“Ауылда етештерелгән продукцияға һорау көндән-көн арта. Һатып алыусылар һөт ризыҡтары менән генә түгел, йомортҡа, сәк- сәк, бауырһаҡ, бейә һәм кәзә һөтөнән ҡымыҙ, буҙа, ҡорот, өй билмәне һәм башҡа күп төрлө аҙыҡ менән дә ҡыҙыҡһына. Башҡа райондарҙағы шәхси хужалыҡтар хужалары ла үҙ продукцияһын беҙҙең магазинда һатырға теләй. Алдыбыҙҙа шулай уҡ продукцияны сертификациялау бурысы тора,” – тип бүлеште пландары менән йәш кооператор. Илнур Салауат улы һөнәре буйынса юрист, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, суд приставы булып эшләй. 2014 йылда юридик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса шәхси предприятиеһын аса. Ауылдаштары тырыш, итәғәтле егетте хөрмәт итә, уны ауыл старостаһы итеп һайлап ҡуйғандар. Бергәләшеп ауылды төҙөкләндереү һәм спорт майҙансығы төҙөү эштәрен башлағандар.


Саҙретдинова. Автор фотоһы.

Читайте нас: