Быйылғы йылдың вегетация осоро шартарында, һалҡын ккөндәр аномаль эҫе һауа торошо менән алмашынғанда, сүп үләндәренә, ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш сараларын ваҡытында уҙғарыу – ауыл хужалығы культураларынан тотороҡло уңыш алыу нигеҙе. Район хужалыҡтары, ошоно күҙ уңында тотоп, сәсеүлектәрҙе
“Бөгөнгә “Үҙәк” МТС-ы, “Красный Урал” АПК-һы химик утау менән ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыуҙы тамамлаған. “А.А. Әхмәтдинов”, “Э.К. Камалова”, “А.Ф. Вәлиев” КФХ- ларында яҙғы иген культуралары сәсеүлектәрен эшкәртеү башҡарылған.
“Әй” АПК-һы, “Ыҡ” агрофирмаһы, “Төньяҡ-Көнсығыш” АП-һы ЯСЙ-һы, “Ф.Ф. Закиров” КФХ-һы баҫыуҙарында сүп үләндәренә ҡаршы көрәш саралары бойомға ашырыла. Был
хужалыҡта “Экада 70” яҙғы бойҙайы сәсеүлектәрен (90 га) химик утауҙы МТС-82 тракторына беркетелгән Garmet һиптергесе менән йәш механизатор Айнур Зарипов башҡара.
Сәсеүлектәрҙе эшкәртеү өсөн бер гектарға 0,5 л иҫәбенән “Элант” препараты эмульсияһы ҡулланыла (1 гектарға 133 л шыйыҡса).
Башҡа хужалыҡтарға ла ҡоротҡостар, ауырыуҙар һәм сүп үләндәре таралыуын киҫәтеү сараларын күрергә кәрәк,” – ти “Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджетучреждениеһы начальнигы Р. Ғөбәй ҙуллин.