Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
18 Июнь 2019, 19:20

МАЛ АҘЫҒЫ ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ

Иң яуаплы осор – мал аҙығы әҙерләү ваҡыты етә. Уны уңышлы башҡарыу – ҙур күләмдә яҡшы сифатлы малсылыҡ продукцияһы алыуҙың гарантияһы. Мөһим эштәр алдынан район аграрийҙары “Красный Урал” АПК-һы базаһында мал аҙығы әҙерләү буйынса район семинарында ҡатнашты.

“Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин, ҡатнашыусылар алдында сығыш яһағанда, быйылғы йылдың вегетация осоро үҙенсәлектәренә һәм был шарттарҙа мал аҙығын әҙерләүҙе нисек алып барыуға баҫым яһаны. Ул билдәләп китеүенсә, оҙайлы яҙғы ҡырауҙар арҡаһында көнсығыш кәзә үләне баҫыуҙары зарар күргән. “Шуның өсөн был баҫыуҙарҙы тиҙ арала сенажға сабып алырға кәрәк. Ул ваҡытта икенсе тапҡыр сабыу күберәк үлән бирәсәк,” – тип тәҡдим итте Ришат Ғәбделхаҡ улы.
Шулай уҡ ул күп йыллыҡ үләндәр ҡатнашмалары, атап әйткәндә, күк гибридлы люцерна үләнен үҫтереү менән шөғөлләнергә кәңәш итте. Тармаҡ етәксеһе быйылғы йылда күп йыллыҡ үләндәрҙе ҡамыл аҫтына сәсеүҙе башҡармаған хужалыҡтар етәкселәрен шелтәләп китте, элиталы сәсеүлектәргә килгәндә иһә, уларҙы районда һуңғы йылдарҙа бөтөнләй булдырмайҙар. Ә бит элиталы орлоҡтарҙы һатып алыу дәүләт тарафынан субсидиялана. Шулай уҡ ул сенажды төргәктәрҙә әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлде. Әҙерләнгән аҙыҡтарҙың сифатына иғтибар бирергә кәрәклеген әйтеп китте. Был теманы Дыуан ветеринария лабораторияһы дирек- торы Н. Малухина дауам итте. Ул мал аҙығы сифатына лаборатория анализы үткәреү мәсьәләһен яҡтыртты, әҙер мал аҙығы партияларынан тикшереүгә пробалар алыу методикаһы һәм уларҙы лабораторияға анализға алып барыу сроктары менән таныштырҙы. Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының Ҡыйғы районы буйынса эксперты Т. Хизбуллин хужалыҡтарҙа мал аҙығы йыйыу техникаһын әҙерләү барышы тураһында һөйләне.
Семинарҙа ҡатнашыусылар “Красный Урал” АПК-һының мал аҙығы әҙерләү техникаһы менән танышты. Хужалыҡтың баш инженеры А. Ниғмәтйәнов һөйләүенсә, мал аҙығы әҙерләүҙә ике КСК-100 комбайны, ЖВН-4,9 һәм ЖВН-6 тағылма урғыстары ҡулланыласаҡ, улар әҙер. Шулай уҡ бесән йыйыу өсөн техника: ГБК-6 тырмаһы һәм ПР-145 рулонлы пресс-йыйғысы әҙерләнгән. Техника яуаплы һәм тәжрибәле механизаторға беркетелгән.
Читайте нас: