Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
21 Июнь 2019, 14:26

ҠЫМЫҘ – ШИФАЛЫ ЭСЕМЛЕК

Бөгөн магазин кәштәләрендә “батырҙар эсемлеге” байтаҡ. Ҡыйғыла етештерелгән бейә ҡымыҙы тәү сиратта беҙҙең иғтибарыбыҙҙы йәлеп итә.

Был ҡымыҙ Йонос ауылы эргәһендә урынлашҡан “С.А. Нотфуллин” крәҫтиән-фермер хужалығында етештерелә, бында барыһы 80 йылҡы малы аҫрала, шуларҙың 30 башы – бейәләр, 25-е һауыла.
Хужалыҡта Сара Ғәлимова байтаҡ йылдар эшләй, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул яратҡан аттарынан айырылырға ашыҡмай. Иртән сәғәт 9-ҙа ярҙамсылары Фаил Абдуллин һәм Илдар Фазлыев менән һауынды башлай. Фермала рекордсменка ла бар – 18 йәшлек Карина ҡушаматлы бейә көнөнә өс литр һөт бирә. Уның “ҡыҙы” Сабрина ла һөтлөлөгө буйынса “әсәһенән” ҡалышмай.
“Мин 35 йыл бейәләрҙе ҡул менән һауҙым, ә быйыл йәш етәксе “Доюшка” һауыу аппаратын һатып алды. Тәүҙә малдарҙы механизацияланған һауыуға өйрәтеү ҡыйыныраҡ булды, әммә тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне. Ат – аҡыллы мал, ул үҙенән нимә талап ителгәнен тиҙ төшөнә. Уларҙы ике сәғәт һайын һауабыҙ, сөнки бейәләр һөттө әҙләп, әммә йыш бирә. Тиҙ һауып алырға кәрәк. Һауылған һөттө һарҡытам һәм йүкә ағасынан яһалған мискәгә бушатам. Уны иң башта дезинфекциялау өсөн үлән һарҡындыһы менән йыуып әҙерләп ҡуям. Бөтә ҡорамалдар таҙа тотолғанда ғына ҡымыҙ һәйбәт килеп сыға. Һөткә ҡымыҙ әсеткеһе ҡушам, һәр саҡ үҙем әҙерләгән әсеткене генә ҡулланам,” – тип һөйләй ҡымыҙ бешеү оҫтаһы.
“Көнөнә 60 литрға тиклем шифалы эсемлек әҙерләйбеҙ. Даими клиенттарыбыҙ үҙҙәре килеп ала, артып ҡалғанын магазиндар аша һатабыҙ. Әҙер ҡымыҙҙы ҡулдан быяла шешәләргә ағыҙабыҙ. Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өсөн, полимер материалдарҙан яһалған заманса ҡорамал урынлаштырырға ла булыр ине, тик ул саҡта эсемлектең тәбиғи тәме юҡҡа сығасаҡ,” – тип һөйләй С. Нотфуллин.
Урындағы оҫталар йыл һайын ҡымыҙ бешеүселәрҙең республика конкурсында ҡатнаша һәм үҙ продукцияһын жюри хөкөмөнә тапшыра. Хуш еҫле, күбекләнеп торған эсемлек һәр саҡ юғары баһаға лайыҡ була.
Хужалыҡта һауын һыйырҙар ҙа аҫрала. Бөгөн бында мал аҙығы әҙерләүгә тотонорға йыйыналар.


Автор фотоһы.
Читайте нас: