О. Ғиндуллин үҙ КФХ-һын 10 йыл элек теркәгән. Һыйыр малдарын йылдан-йыл арттырып, хәҙер 131 башҡа еткергән, ошоноң 50 башы – ҡара сыбар тоҡом һыйырҙар. 300 гектар ерҙе ҡуртымға алған. 150 гектары көтөүлек сифатында файҙаланыла. Малдарҙы Андрей Решетов ҡарай, 700 гектарҙа электр ярҙамында көтөү бойомға ашырыла. Йәйге лагерҙа 2 тонналыҡ һыуытҡыс бар. Һыйырҙарҙы махсус ҡорамал менән Г. Минһажева һәм А. Әхмәтшина һауа. Тәүлек һауым 800 литр тәшкил итә. Продукцияны Һатҡы һөт комбинатына тапшыралар. Йүнсел эшҡыуар халыҡтан һөт йыйыуҙы ла бойомға ашыра. Был бурысты ул Ғ. Шәрәфетдиновҡа йөкмәткән, йыйылған һөт һыуытып оҙатыла. “Мин был программала хужалыҡтың матди-техник базаһын нығытыу, малдар продуктлылығын күтәреү, производствоны үҫтереү һәм хеҙмәтсәндәрҙең эш шарттарын яҡшыртыу маҡсатында ҡатнашырға хәл иттем. Ауыл хужалығы министрлығына 5757 ц һөт һәм тере ауырлыҡта 219 ц ит етештереүгә иҫәпләнгән бизнес-планымды тапшырҙым,” – тип һөйләй Олег Шамил улы. Проекттың дөйөм хаҡы 5,915 миллион һум тәшкил итә, ошоноң 2,366 миллион һумы йә иһә 40 проценты – фермерҙың үҙ аҡсаһы, 3,549 миллион һумы – грант. Фермер “Беларус-82.1-23” тракторы, аҫылмалы тейәгес, мексир- аҙыҡ таратҡыс һатып алырға ниәтләй. Шулай уҡ һыйыр һауыу залы төҙөү, һөт һыуытҡыс һатып алыу планы ла бар. Бөгөн КФХ башлығы мал аҙығы әҙерләүҙе башларға һәм малсылыҡ биналарын ремонтларға йыйына. Уның алдында 550 тонна сенаж һәм 260 тонна бесән әҙерләү бурысы тора.