Малсылыҡта иң ҡатмарлы һәм яуаплы булған осор – малдарҙы ҡышлатыу ҙа яҡынлаша бара. Уны уңышлы үткәреп ебәреү малсылыҡ фермаларының торошона туранан-тура бәйле. “Красный Урал” АПК-һында был мәсьәләгә ҙур иғтибар бүленә.
Бында беренселәрҙән булып фермаларҙы ремонтлауҙы башлағандар. Хужалыҡта 200 һауын һыйыр аҫрала, бөгөн һәр һыйырҙан тәүлек һауым 8,2 килограмм тәшкил итә. Йыл башынан 98 быҙау алынған.
“Әле ике һыйыр һәм бер быҙау аҙбарында ремонт эштәре бара. В. Мостафин етәкселегендәге ремонт бригадаһы эшләй. Бар ҡураларҙа ла төп проблема булып тиреҫ сығарыу транспортерының эшләмәүе тора. Был ҡорамалды йүнәтеү менән Марс Ғирфанов, Зөлфәт Шафиҡов һәм Артур Хужәхмәтов шөғөлләнә. Иҫке транспортерҙарҙы ремонтлауға хеҙмәт ветераны – иретеп йәбештереүсе Фаил Шәйеховты йәлеп иттек, – тип һөйләй ферма мөдире Илфат Шәрифуллин. – Шулай уҡ быҙаулатыу һәм быҙауҙар аҫрау биналарында таҡта иҙәндәрҙе алмаштырыуҙы башҡарып сығарға кәрәк”.
Бар биналарҙа ла ремонт эштәре тамамланғандан һуң, дезинфекция һәм ағартыу эштәре уҙғарыласаҡ. Хужалыҡтың етәкселеге тарафынан был эш төрҙәрен башҡарыуға район ветеринария станцияһы менән килешеү төҙөлгән.