Мәсетле районында “Аҡтау” ЯСЙ-һы базаһында республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары аграрийҙары өсөн “Баҫыу көнө–2019” традицион төбәк семинары үтте. Уның эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы И. Фазрахманов, уның урынбаҫарҙары, ғалимдар, минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, орлоҡтар һәм техника менән тәьмин итеүсе, хеҙмәтләндереүсе ойошмалар етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты. Шулай уҡ Свердловск өлкәһе Артын районы фермерҙары килде.
Сараны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы И. Фазрахманов асты. “Төньяҡ-көнсығыш шарттары ябайҙарҙан түгел, бында баҫыу сезоны һуңыраҡ башлана, бынан тыш, ул ҡыҫҡараҡ та. Шуға ла был зонала сорттарҙы һайлауға, культураларҙы үҫтереү технологияһына ҡараш башҡасараҡ.
Бындағы аграрийҙарға Урал алды дала һәм Көньяҡ урман-дала зоналарында эшләүгә ҡарағанда ҡатмарлыраҡ булғанлыҡтан, республика Хөкүмәте тарафынан субсидияларҙың юғарыраҡ ставкалары билдәләнгән,” – ти Илшат Илдус улы.
Шулай уҡ ведомство етәксеһе: “Республикала алдағы 5 йылда ауыл хужалығын үҫтереүгә тренд һалынған, – тип хәбәр итте. – Әгәр былтыр төбәктән 100 миллион долларлыҡ агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортҡа сығарылһа, 2024 йылға был күрһәткес 250 миллион долларға етергә тейеш. Был ауыл хужалығы продукцияһына яҡшы хаҡтар билдәләнеүенә һәм халыҡтың тормош кимәле яҡшырыуына булышлыҡ итәсәк”.
Мәсетле районы аграрийҙарының уңышты урыуға әҙерлеге тураһында район хакимиәте башлығы А. Әсәҙуллин һөйләне. Свердловск өлкәһе Артын ҡала округы башлығы А. Константинов шулай уҡ семинарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. “Үҙәк” МТС-ы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы генераль директоры И. Нәсиров “Урып йыйыу эштәрен ойоштороу, урып йыйыу һәм ужым культуралары сәсеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында” сығыш яһаны. МТС күрһәткән хеҙмәттәргә хаҡтар былтырғы кимәлдә ҡала, тип билдәләне ул. Шулай уҡ игенде киптереү буйынса хеҙмәттәр күрһәтелеүе тураһында белдерҙе.
Был көндө семинарҙа ҡатнашыусылар “Госсорткомиссия” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы филиалы директоры И. Леонтьев, БДАУ доценты И. Кузнецов һәм төрлө тәжрибәләр үткәреүсе фирмалар вәкилдәре етәкселегендә производство һәм тәжрибә участкаларын ҡараны. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары П. Иофинов хәҙерге заман ауыл хужалығы техникаһы өлгөләре менән таныштырҙы.
Артабан 5 төрлө сыр етештерелгән “Урарту” ауыл хужалығы производство кооперативына (Оло Ыҡтамаҡ ауылы, етәксеһе Г. Аветян) экскурсия ойошторолдо. Йыйылыусылар производство цехы эше менән танышты, әҙер продукцияны тәмләп ҡараны. Ҡайһы берҙәрендә һөт эшкәртеүҙе ойоштороу планы барлыҡҡа килде.