Ауыл хужалығы предприятиелары баҫыуҙарында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының яҡшы уңышы формалашҡан. Август уртаһында көндәрҙең эҫе тороуы уларҙың дәррәү өлгөрөүенә килтерҙе. Тәүгеләрҙән булып яңы уңышты йыйып алыуға “Әй” һәм “Красный Урал” АПК-лары игенселәре төштө, улар ҡыр эштәрен комплекслы алып бара.
Механизатор Ф. Нотфуллин үҙйөрөшлө “Сулпан” сапҡысында 90 гектарҙа икенсе репродукциялы “Рокет” сортлы борсаҡ баҫыуын яҫмаларға сабып сыҡҡан. Уларҙы йыйып алыуға өс комбайндан торған звено ҡушылған: Ф. Мөхәмәтдинов – КЗС “Палессе” GS812, М. Ҡәнипов – “Нива-Эффект”, Р. Ҡәнипов “Енисей-1200”-гә идара итә. “Бер ҡуҙаҡта дүрт борсаҡтан артыҡ түгел. Ләкин үҫемлектәрҙәге ҡуҙаҡтарҙың күп булыуы арҡаһында уңыш ярайһы уҡ яҡшы. Һәр гектарҙан 15 центнерҙан күберәк йыйып алабыҙ,” – ти хужалыҡтың баш агрономы Ф. Ғәлләмов. Баҫыуҙан иген шунда уҡ иген таҙартыу комплексына килә, орлоҡ материалын операторҙар И. Ҡәнипов менән М. Вәлиев эшкәртә. Комбайн аҫтынан ашлыҡты ташыуға водителдәр В. Йыһаншин, И. Кирәев йәлеп ителгән.
“Склад хужалығы ентекле әҙерләнгән. Бинаға дезинфекция һәм ағартыу эштәре үткәрелгән. Улар барыһы ла яңы уңышты ҡабул итергә әҙер,” – тип һөйләй склад мөдире В. Яҡупов. Был участкала моторсы И. Ғирфанов эшләй, уға иген тогы эшселәре Ю. Ҡәнипова, З. Шәнгәрәева ярҙам итә.
Әгәр ҙә КЗС “Палессе” GS812 комбайны уңышты урғанда һаламды ваҡлап, баҫыуға ашлама сифатында таратып барһа, башҡа комбайндар артынан һалам көлтәләре өйөлөп ҡала, уларҙы ПРФ-180 престары тағылған МТЗ-82 тракторҙарында Э. Нәбиуллин менән А. Сәйҙәхмәтов төргәктәргә преслап бара. И. Фазлыев арба ҡоролған МТЗ-80 тракторында борсаҡ һаламын хужалыҡтың аҙыҡ базаһына ташый.
АВМ-4 эшкә егелгән, В. Носратуллин игенде фураж етештереү өсөн киптерә.
Ашнаҡсылар Г. Ғәрифйәнова менән Л. Хамматова уңыш йыйыуҙа ҡатнашыусыларҙы ике тапҡыр туҡландыра.
“Красный Урал” АПК-һында ла баҫыу эштәре ойошҡанлы бара. Йыланлылар “Ҡунаҡбаев иҫтәлегенә” элиталы ужым арышын урыуға тотонған. “Һәр башаҡта 40 бөртөктән ашыу, ләкин быйылғы йыл шарттарында бөртөктәр бик эре түгел, минераль ашламалар булмауы сағылған. Уртаса уңдырышлылыҡ һәр гектарҙан 12 центнерҙан ашыу тәшкил итә,” – тип һөйләй колхоз рәйесе А. Шәнгәрәев. Игендәрҙе “МТЗ-80” тракторҙарында механизаторҙар Р. Можаев менән А. Әхмәтшин саба.
Яҫмаларҙы йыйыуҙа һәм һуҡтырыуҙа комбайнсылар В. Шәихов (“Дон-1500 Б”) һәм И. Мостафин (“Нива-Эффект”) эшләй. Ярҙамға “Үҙәк” МТС-ы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһынан “Нью Холланд” комбайнында механизатор Ф. Дәүләтшин килгән. Ырҙын табағына ашлыҡ ташыуҙы “Урал-5557” автомобиле водителе Р. Зәйнуллин бойомға ашыра. Склад мөдире Р. Дилмөхәмәтов етәкселегендә ашлыҡ эшкәртеүҙе иген таҙартыу-киптереү техникаһы моторсылары Р. Закиров, З. Мөхәмәтйәнов, Ф. Минһажевтар башҡара.
Игенселәр уңышты урып йыйыу артынса һалам өйөмдәрен эҫкерттәргә һалырға, туңға һөрөүгә тотонорға әҙер.
Уңышты урып йыйыу менән бер рәттән ужым арышы сәсеүҙе башлағандар. Сәсеү эштәрен СЗ-5,4 сәскесе менән “МТЗ-82” тракторында А. Әхмәҙуллин башҡара. Сәсеүселәр булып А. Мостафин менән М. Ғирфанов эшләй. “ГАЗ-53” автомобилендә орлоҡ материалын О. Прохоров ташый. Хәстәрлекле хужалар күсмә фондтың “Изагри” комплекслы препараты менән ағыуланған кондициялы орлоҡтарын файҙалана. Ужым сәсеү өсөн тупраҡты “Т-150 К” тракторында А. Кирханов, “ДТ-75”-тә З. Шафиҡов әҙерләй.
Хужалыҡта бесән әҙерләү дауам итә. Һауын көтөүен йәшел үләндәр менән өҫтәмә туҡландырыу ойошторолған.