Беҙҙең Ҡыйғы
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
2 Сентябрь 2019, 17:12

УРАҠТА ҺӘР МИНУТ ҠӘҘЕРЛЕ

Быйыл август һауа торошо менән ҡыуандырмай. Ҡояш нурҙары һәм еңелсә ел тамырында торған, яҫмаларға һалынған игендәрҙе киптереү менән “А.А. Әхмәтдинов” КФХ-һы комбайнсылары дәррәү эшкә тотона.

Бөгөн улар һоло баҫыуында. Ашлыҡты MakDon–М сапҡысында А. Шакиров саба. Был техника башаҡтарҙы оптималь сабыуҙы һәм тиҙ кибеүсән йомшаҡ яҫмалар һалыуҙы тәьмин итә. Әлегәсә механизатор ошо сапҡыс менән 556 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәрҙе сабырға өлгөргән.
“Енисей-1200-1М” комбайнында Р. Ярышев яҫмаларҙы йыя һәм һуҡтыра. “Баҫыуға сығарыр алдынан барлыҡ техниканы ентекле көйләнек, үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға тырышабыҙ, – тип һөйләй КФХ башлығы А. Әхмәтдинов. – Аяҙ көндә һәр минут ҡәҙерле. 120 гектарҙан арпаны йыйып алдыҡ. Һоло 50 гектарҙан урылды, уртаса уңдырышлылыҡ гектарынан 15 ц тәшкил итә. Ашлыҡты ташыу өсөн ПТС-4 арбаһын герметизациялап алғанбыҙ”.
Комбайндарҙан уңышты МТЗ-82 тракторында А. Ғилметдинов ташый. Ырҙын табағында иген ОВС-25 агрегатында тәүге эшкәртеү үтә. Был операцияны моторист З. Солтанов башҡара.
Комбайн артынса баҫыу буйлап ПРФ-145 пресы менән МТЗ-82 тракторы бара – Р. Шаһиев һаламды рулондарға преслай. Уға А. Шәрифуллин ярҙамлаша. 100 тонна пресланған һалам һатыуға сығарылған да инде. Хужалыҡта барлыҡ эштәр эҙмә- эҙлекле бойомға ашырыла. “Ужым арышын сәсеүҙе лә планлаштырабыҙ. 80 га һөрөнтө ер әҙерләнгән. Тупраҡты РДП-4 дискаторы менән МТЗ-1221 тракторында И. Иш- булдин эшкәртте. Баҫыу эштәрендә ҡатнашыусылар өсөн төшкө ашты А. Шакирова хәстәрләй. Тәмле ҡайнар аш хеҙмәтсәндәрҙең кәйефен күтәрә, эшкә дәрт уята,” – ти Адил Алис улы.

Читайте нас: