Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
6 Сентябрь 2019, 13:54

СӘСЕҮҘЕҢ ОПТИМАЛЬ СРОГЫНДА

БР Ауыл хужалығы министрлығы планына ярашлы, районда 3100 гектарҙа ужым культураларын сәсеү ҡаралған. Бөгөнгә эштәр 966 гектарҙа башҡарылған, был 31% тәшкил итә.

БР Ауыл хужалығы министрлығы планына ярашлы, районда 3100 гектарҙа ужым культураларын сәсеү ҡаралған. Бөгөнгә эштәр 966 гектарҙа башҡарылған, был 31% тәшкил итә. “Әй”, “Красный Урал” АПК-лары, “Үҙәк” МТС-ы игенселәре сәсеүҙе оптималь срокта башҡарырға тырышҡан. Ужымдарҙы үҙ ваҡытында сәсеү – уларҙың яҡшы ҡышлауының һәм юғары уңыш алыуҙың гарантияһы.
Беҙ “Үҙәк” МТС-ның Арыҫлан ауыл Советы ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан баҫыуҙарында булдыҡ. Бында ужым сәсеүҙе С. Вавиленков, Иван һәм Александр Митюшиндарҙың ҡул аҫтындағы өс юғары етештереүсәнле “Джон Дир-730” комплексы башҡарған. “КамАЗ” автомобиле водителе Ф. Фазлетдинов орлоҡ ташып һәм бушатып торған. Механизаторҙар И. Ғарифйәнов менән Ф. Ямалетдинов винтлы катоклы МТЗ-80 тракторҙарында сәсеүлектәрҙе катуклап сыҡҡан.
Предприятиеның баш агрономы Н. Ҡотошов: “Ужым арышы ҡарабойҙайҙан һуң ятҡан ҡара парға сәселде, – тип һөйләй. – Йәй дауамында тупраҡты эшкәрттек, механизатор А. Рязанов дискылап сыҡты. Йәйге һәм сәсеү алдынан культивациялауҙы Т. Бакаев башҡарҙы.
Беренсе репродукциялы Сулпан-7 сортлы күсмә фонд орлоғо сәселде. Сәсеү материалы ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы комплекслы препарат менән эшкәртелде. Ужымдар барыһы 766 гектар майҙанды биләй, шул иҫәптән сәсеүлектәрҙең 230 гектары Түбәнге Ҡыйғы ауылы эргәһендә урынлашҡан”.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.
Фотола : И. Митюшин ужым баҫыуында.
Читайте нас: