Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
25 Сентябрь 2019, 11:52

Экструзияланған мал аҙығы – аҙыҡ етештереүҙә мөһим йүнәлеш

"Э.К. Камалова” крәҫтиән-фермер хужалығында иген культураларын урып йыйыуҙы уңышлы тамамлағандар.

“Э.К. Камалова” крәҫтиән-фермер хужалығында иген культураларын урып йыйыуҙы уңышлы тамамлағандар. Улар яҡшы һауа шарттарын файҙаланып, оптималь дымлылыҡта булған яҡшы уңышты йыйып алғандар.
Сабыу эштәрен ЖВП-4,9 урғысы тағылған МТЗ-82 тракторҙарында механизаторҙар Флүр Баймөхәмәтов менән Фәнис Шакиров алып барған. Комбайнсы Юнир Ғарипов “Нива” (СК-5) комбайнында ашлыҡты ваҡытында йыйып һуҡҡан. Ырҙын табағында 45 тонна ярауай бойҙай, 40 тонна һоло һәм 10 тонна арпа бар.
30 гектарҙан ҡарабойҙай йыйып алаһы ҡалған. Ошо көндәрҙә ашлыҡты таҙартыу эштәре башланасаҡ.
Ошонда уҡ пресс-экскрудер урынлаштырылған, оператор Марат Ишбулдин уның менән һыйыр малдары һәм ҡош-ҡорт өсөн ҡиммәтле аҙыҡ әҙерләй. Быйыл сеймал булып һоло һәм арпа тора. Бөгөнгә биш тонна ҡиммәтле аҙыҡ әҙерләнгән.
Эштәрҙең етәксеһе Юнир Камалов: “Экструзияланған мал аҙығы йорт малдарын һәм ҡош-ҡорт аҫрау өсөн көндән-көн ҙурыраҡ һорау менән файҙалана. Иген культураларын ошолай эшкәртеү процесында уның туҡлыҡлылыҡ сифаттары үҫә. Был уның еңелерәк үҙләштерелеүенә килтерә, тимәк, малдар көр була һәм тиҙерәк үҫә,” – тип һөйләне.
“Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы баш зоотехнигы Фәнис Ахунов: “Экструзия процесында иген бер үк ваҡытта бер нисә төр тәьҫиргә дусар була. Уға юғары баҫым, ваҡлау механизмдары, юғары температура тәьҫир итә. Эшкәртеү ваҡытында 180 градус эҫелектә бар бактериялар һәм бәшмәктәр юҡҡа сыға,” – тип аңлатты.
Л. Саҙретдинова.
С. Исмәғилева фотоһы.
Читайте нас: