Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
15 Октябрь 2019, 13:53

Яратҡан эш шатлыҡ килтерә

Илдар Фазлыев (һүрәттә) үҙ эшен яратып башҡара, шуға ла ауырлыҡ тоймай.

Илдар Фазлыев (һүрәттә) үҙ эшен яратып башҡара, шуға ла ауырлыҡ тоймай. “Мин аттарҙы бәләкәйҙән үҙ итәм. Биш йәштән атта һыбай йөрөй белә торғайным. 3-сө кластан башлап колхоз һәм район һабантуйҙарында ҡатнаштым. Аттарҙы яҡшылап тәрбиәләгәндә генә улар тоғро хеҙмәт итә. Минең Парус ҡушаматлы тәүге юртағым бер нисә йыл дауамында ярыштарҙа бер кемгә лә ал бирмәне,” – тип һөйләй Илдар Ғабдулхай улы.
Мәктәпте тамамлағас, И. Фазлыев колхозда эш башлай. Сағыр бригадаһында быҙау ҡарай, тырыш һәм намыҫлы егет яҡшы күрһәткестәргә ирешә, йәш малдарҙың үлеүенә юл ҡуймай. Малдарҙы яратыуы ата-әсәһенән килә, улар оҙаҡ йылдар Тимирязев исемендәге колхозда эшләгән.
Әлеге ваҡытта Илдар Ғабдулхай улы икенсе йыл рәттән “С.А. Нотфуллин” КФХ-һында ат ҡараусы булып эшләй. Үҙенә тапшырылған бурыстарҙы ҙур яуаплылыҡ менән яратып башҡара. Бында аттар аҙ түгел – 70 баштан ашыу. Шул иҫәптән 25 ҡолон бар. Саф тоҡомло башҡорт аттары ла аҫрала. Илдар Фазлыев быйыл йәй Бунчок ҡушаматлы айғырҙа “Терра Башкортостан” турнирының алтынсы этабында ҡатнашып, яҡшы ғына һөҙөмтә күрһәткән. Ҡыйыу ат ҡараусы йәш аттарҙы үҙе өйрәтә. Ул һәр аттың холоҡ-фиғелен яҡшы белә, уларҙы тулы ҡиммәтле һәм дөрөҫ ашатырға тырыша. Хужалыҡта ҡышҡылыҡҡа етерлек бесән һәм һоло запасы бар.
И. Фазлыевтың тормош иптәше Венера Раян ҡыҙы ла ошо уҡ хужалыҡта һауынсы булып эшләй.
Читайте нас: