Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
16 Октябрь 2019, 12:12

Киләсәкте ҡайғыртып эшләйҙәр

“Закиров Ф.Ф.” крәҫтиән-фермер хужалығы баҫыуҙарында яҙғы иген культуралары яҡшы ғына уңыш биргән – гектарынан уртаса 18,1 центнер.

“Закиров Ф.Ф.” крәҫтиән-фермер хужалығы баҫыуҙарында яҙғы иген культуралары яҡшы ғына уңыш биргән – гектарынан уртаса 18,1 центнер. Быйыл арпа иң уңдырышлыһы булған – гектар ҡеүәте 20 ц. Фермерға ярҙамға ике “Нью Холланд” комбайнында “Үҙәк” МТС-ы механизаторҙары килгән.
“Комбайнсылар Ф. Дәүләтшин менән Б. Таһиров эшһөйәр һәм намыҫлы. Улар һәр аяҙ минутты файҙаланып, төнгә тиклем эшләй. Ошо көндәрҙә эштәрҙе тамамлаясаҡтар. Комбайн бункерынан ашлыҡты “ММЗ-554” автомобилендә водитель Ш. Хажиев ташый. Мин үҙем “КамАЗ” машинаһында башҡарылған эштәр өсөн иҫәп-хисап яһау иҫәбенә “Үҙәк” МТС-ы келәтенә ашлыҡ ташыйым. Бер гектарҙы урып йыйыу 2200 һумға төшә, йәнә лә комбайндарҙы заправкаларға кәрәк. Ҡарабойҙайҙы предприятие килограмын 11 һумдан ҡабул итте. Баҫыуҙарҙың уңдырышлылығын арттырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк,” – тип һөйләй Фидус Фәиз улы. Был маҡсатта ул ҡарабойҙай баҫыуын сидераль пар сифатында файҙаланған, уны эшкәртеп, беренсе репродукциялы “Ҡунаҡбаев иҫтәлегенә” ужым арышын сәскән.
50 гектар баҫыуҙа механизатор Э. Әхмәҙиев “ДТ-75” тракторында тупраҡты эшкәртә. Фермерға ағас-ҡыуаҡтар баҫа башлаған ерҙәр тура килгән. Быйыл ул “2020 йылға тиклем осорға БР-ҙа ерҙәрҙе мелиорациялауҙы үҫтереү” программаһында ҡатнашырға хәл иткән. Йәйге осорҙа бында ярашлы эштәр башҡарылған.
“Артабан үҫешер өсөн, яңы ерҙәрҙе үҙләштерергә һәм иҡтисади яҡтан отошло культураларҙы үҫтерергә кәрәк,” – тип иҫәпләй игенсе.


Фотола “Закиров Ф.Ф.” КФХ-һы механизаторҙары.
Читайте нас: