Ҡурғаш ауылы фермеры Динар Шакиров (һүрәттә) 12 гектар майҙанда картуф үҫтерә. Быйылғы йәйҙең һалҡын һәм ямғырлы тороуына ҡарамаҫтан, “Беллароза” сорты мул уңыш биргән. Эшһөйәр фермер Өфө ҡалаһындағы ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашҡан һәм һанаулы сәғәттәр эсендә продукцияһын һатып бөткән.
“Беллароза” – уртаса климат зоналарында уңышлы үҫтерелгән, тиҙ өлгөрөүсән картуф сорты. Ултыртҡандан һуң 50–60 көндән уңышты йыя башларға була, ә 45 көндән ҡаҙып ҡарарға мөмкин. Быйыл һәр гектарҙан 250 центнер йыйып алдым. Һәр төптән 5–10 эре бүлбе сыҡты,” – тип уртаҡлаша Динар Дауыт улы.
“Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин әйтеүенсә, был сорт бик күп сирҙәргә тотороҡло булыуы, яҡшы һаҡланыуы менән айырылып тора. Ләкин барлыҡ технологик талаптарҙы үтәргә, сүп үләндәрен утап, рәт араларын йомшартып торорға кәрәк.