Быйыл уңышты урып йыйыуҙа иң юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн, “БР-ҙың төньяҡ-көнсығышының иң яҡшы комбайнсыһы” номинацияһында “Урал-Тау” ауыл хужалығы предприятиеһы ЯСЙ-һы механизаторы Алик Әпғәлимовҡа “Шевроле Нива” автомобиле асҡысы тапшырылды. Ул комбайн штурвалы артында 14 йыл эшләй. Һуңғы ике йылда “Акрос-580” комбайнына идара итә, уның ярҙамында быйыл рекордлы күләмдә иген – 27482 ц – һуҡтырған һәм төньяҡ-көнсығыш төбәктә чемпион булыуға ирешкән.