Рәмил Әнүәр улы Ярышев намыҫлы хеҙмәте һәм ауыл хужалығы производствоһындағы юғары күрһәткестәре өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләүгә тәҡдим ителде. Быйыл ул КФХ баҫыуында “Енисей-1200-1М” комбайнында 800 тоннанан ашыу ашлыҡ һуҡтырған.
Уның хеҙмәт биографияһы бик иртә башлана. Атаһы Әнүәр Биктимир улы Калинин исемендәге колхозда механизатор булып эшләй. “ДТ-75”, һуңынан “Т-4А” тракторында ер һөрә һәм ашлыҡ сәсә, йыш ҡына улы Рәмилде лә үҙе менән ала. Зирәк үҫмер техниканы бик тиҙ үҙләштерә.
“Етенсе класта мин атайымдың тракторында үҙ аллы эшләй ала, баҫыу эштәрендә уны алмаштыра торғайным. Өлкән кластарҙы Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбендә уҡыным. Урта белем тураһында аттестат менән бергә миңә тракторсы-машинист таныҡлығын һәм райондың ауыл хужалығына путевка бирҙеләр,” – тип һөйләй механизатор.
Артабан егетте Совет Армияһы көтә. Төньяҡ Кавказ хәрби округында стратегик тәғәйенләнешле ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Демобилизацияланғас, йәнә техникаға ултыра, “Ҡыйғы” совхозында комбайндарҙа, тракторҙа эшләй. Уны алһыҙ-ялһыҙ эш тә, төнгө сменалар ҙа ҡурҡытмай. “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһенә, бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була.
Хужалыҡ тарҡалғас, 16 йыл 115-се һөнәрселек училищеһында уҡыусыларҙы тракторға идара итергә өйрәтә, уларҙа ергә һәм техникаға һөйөү уятырға тырыша. Уңышты урып йыйыу мәлендә аграрийҙарға ярҙамлаша.
Киң профилле механизатор Р. Ярышев алтынсы йыл инде “А.А. Әхмәтдинов” КФХ-һында намыҫ менән эшләй. Ул бик яуаплы, дисциплиналы хеҙмәтсән, ауыл хужалығы техникаһын яҡшы белә, уның эшһөйәр ҡулдары өсөн һәр саҡ файҙалы эш табылып тора.
Бөгөн КФХ-ла урып йыйыу техникаһы таҙартылып, барлыҡ ҡағиҙәләргә ярашлы һаҡлауға ҡуйылған. Рәмил Әнүәр улы әле “МТЗ-82” тракторын алдағы сәсеүгә әҙерләү менән мәшғүл.