Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексы системаһындағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре һәм һөнәри байрамдары – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәтсәндәре көнө уңайынан бүләкләнделәр:
Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы Почет грамотаһы менән – “Әй” АПК-һы ашлыҡ склады мөдире Вадим Абдулхай улы Яҡупов.
Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы Рәхмәт хаты менән – “Әй” АПК-һы рәйесе Азат Самат улы Нотфуллин.
Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы Почет грамотаһына лайыҡ булдылар:
Инсаф Ғәлимйән улы Латипов – “Ыҡ” ЯСЙ-һы ат ҡараусыһы;
Рифат Мулламөхәмәт улы Нотфуллин – КФХ башлығы;
Лилиә Иштимер ҡыҙы Шәғәбутдинова – “Әй” АПК-һы һауынсыһы;
Вильнар Фаил улы Шәихов – “Красный Урал” АПК-һы тракторсы-машинисы;
Фәрит Закирйән улы Шәрхетдинов – “Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһының баш белгесе;
Рәмил Әнүәр улы Ярышев – “А.А. Әхмәтдинов” КФХ-һы тракторсы-машинисы.