Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
9 Декабрь 2019, 14:20

ОҪТАЛЫҠ ЭШТӘ КҮРЕНӘ

“Нефтегазстройсервис” ЯСЙ-һы экскаваторы машинисы Юрий Раил улы Мостафин күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды.

“Нефтегазстройсервис” ЯСЙ-һы экскаваторы машинисы Юрий Раил улы Мостафин күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Ул хеҙмәт иткән предприятие район халҡы именлегенә эштәр башҡара, һыу һәм газ үткәргестәр төҙөү менән шөғөлләнә.
Экскаваторсы хеҙмәте ситтән тәү ҡарашҡа бер төрлө генә булып күренә: сүместе ергә батыр, тупраҡты алып, икенсе урынға бушат. Ысынында был – юғары һөнәри әҙерлек, ер ҡаҙыу техникаһын, урын географияһын, буласаҡ траншея характеристикаһын, һарыҡташҡа йә иһә һаҙлыҡҡа осраһаң, нимә эшләргә кәрәклеген яҡшы белеүҙе талап иткән ауыр хеҙмәт.
Юрий Раил улы сығышы менән Вәҡиер ауылынан, мәктәптән һуң тракторсы-машинист һөнәрен һайлай. Хеҙмәт юлын Чкалов исемендәге колхозда ДТ-75 тракторында башлай, ер һөрә, ашлыҡ сәсә. Һуңыраҡ уға ҡеүәтле К-700 тракторын ышанып тапшыралар. 1987 йылда Совет Армияһы сафына алына. Ике йыл Афғанстанда үҙйөрөшлө миномет машинаһы өлкән тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә. Хәрби наградаларға лайыҡ була. 1989 йылдың февралендә өйөнә әйләнеп ҡайта, колхоз баҫыуында эшләүен дауам итә, производство алдынғыһы булыуға ирешә.
Һуңыраҡ тырыш хеҙмәтсәнде “Нефтегазстройсервис” ЯСЙ-һына ЮМЗ-6 экскаваторы машинисы итеп саҡыралар. Бында уның эш тәжибәһе һәм оҫталығы бик кәрәкле булып сыға. Бөгөн, иң яҡшы экскаваторсы булараҡ, Ю. Мостафинға яңы “Volvo” тракторын ышанып тапшырғандар. “Беҙҙең экскаваторсы – республикала иң яҡшыларҙың береһе,” – ти уның тураһында хеҙмәттәштәре.
Читайте нас: