Ибрай ауылында йәшәүсе КФХ башлығы Ғәлинур Йәрмөхәмәтов башҡорт тоҡомо аттарын үрсетеү тураһында күптәнге хыялын тормошҡа ашыра башлаған.
Ғәлинур Әүхәҙи улы бәләкәйҙән ат ярата. Тыуған төйәгендә толпарҙар тоҡомон тергеҙеү теләге унда йылдан-йыл нығына бара. Аттарҙың был уникаль тоҡомо тураһында бик күп әҙәбиәтте өйрәнә, белгестәр менән кәңәшләшә һәм йәш малдар һатып алырға ҡыйыулыҡ итә.
“Мин “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты үҙәгенә мөрәжәғәт иттем. Күптән түгел унан 7–8 айлыҡ ҡолондар: 2 ата һәм 20 инә ҡолон алып ҡайттым. Уларҙы үрсетәсәкмен,” – ти фермер.
Туры-ҡола һәм ҡола малҡайҙар “Йондоҙ” колхозының элекке фермаһы бинаһында аҫрала. Һәр ҡайһыһының тоҡомо күрһәтелгән паспорты бар, тәненә тейешле мәғлүмәт менән микрочип ҡуйылған.
“Бесәнде күп итеп әҙерләгәнмен, өс тонна яҡшы сифатлы һоло һатып алдым. Был тоҡом аранда аҫрағанды яратмай, тибендә йөрөүҙе хуп күрә, 80 см ҡалынлыҡтағы ҡар аҫтынан да үҙенә аҙыҡ таба ала,” – тип уртаҡлаша фермер.
Киләсәккә ул ҙур пландар ҡора: “Агростартап” программаһында ҡатнашып, тоҡомло аттары һанын күбәйтергә ниәтләй.
“Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы баш зоотехнигы Ф. Ахунов әйтеүенсә, фермер тоҡомло мал һатып алыуға бер башҡа 13 мең һум иҫәбенән субсидия юллай ала.