Арыҫлан ауылында йәшәүсе Фәрит Вәлиуллин, ошо көндәрҙә 70 йәшен тултырһа ла, бер генә көн дә эшһеҙ тора алмай. 2019 йылда ул һөт етештереү йүнәлешендә крәҫтиән-фермер хужалығы асырға хәл итә. “Агростартап” программаһында ҡатнашып, 2,7 миллион һум грант ала.
Фәрит Йомаҙил улы һөнәре буйынса механик.
“Һөт малсылығын үҫтереү өсөн сифатлы аҙыҡ кәрәк. Шуға ла мин юллаған сумманың яртыһынан күберәген яңы МТЗ-82 тракторын һатып алыуға файҙаландым, уның менән киләсәктә аҙыҡ әҙерләйәсәкмен. 16 баш яҡшыртылған ҡара сыбар тоҡом тана һатып алдым. Элекке Киров исемендәге совхоздың һөтсөлөк фермаһы бинаһын ейәнем Азамат менән ремонтлап алдыҡ,” – тип һөйләй фермер.
Фермала улар әлегә икеһе генә эшләй. Азамат Өфө авиация техникумын тамамлағас, тыуған яҡтарында төпләнергә хәл итә. Олатаһы менән малсылыҡты үҫтерәләр, әле 35 баш һыйыр малы, йөк аты аҫрайҙар, кәрәкле ауыл хужалығы ҡорамалдары бар.
“Ҡатыным Элина Зөлфәт ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләйбеҙ. Уларҙың ауылда һау-сәләмәт, эшһөйәр булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ,” – ти Азамат Азат улы.
Л. Саҙретдинова фотолары.