Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, аграрийҙар ауыл хужалығы техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә 20 марттан да һуңға ҡалмайынса әҙерләргә бурыслы. Был көнгә – бөтә төр тупраҡ эшкәртеү, сәсеү машиналары һәм ҡорамалдары, ә 1 апрелгә ҡарата яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашыусы тракторҙар әҙерлек һыҙығында торорға тейеш. График буйынса билдәләнгән тәртиптә үҙйөрөшлө техниканың техник тикшереү үтеүе шарт.
Район аграрийҙарына яҙғы баҫыу эштәренә булған 120 тракторҙың 12-һен ремонтларға кәрәк.
Беҙ “Әй” АПК-һына барып ремонт эштәре нисек тормошҡа ашырылыуы менән таныштыҡ. Бында ҡышын тракторҙар эшһеҙ тормай. МТЗ-80 тракторҙары мал аҙығы ташыуға сығарыла. Хужалыҡта фермаға беркетелгән техниканың торошо етди күҙәтелә. Был бурыс тракторсы-машинистар Энгельс Мөхәмәтйәнов, Славик Әхмәҙуллин, Илдус Фазлыев, Адик Фазләхмәтов һәм Фларит Зиннәтуллиндарға йөкмәтелгән.
Ауыл хужалығы техникаһының әҙерлеге тураһында хужалыҡтың баш агрономы Ф. Ғәлләмов һөйләне: “Яҙғы баҫыу эштәренә бер сәсеү агрегаты СЗ-3,6, ике сәсеү комплексы (“Кузбасс” һәм “Обь-4”), техник культураларҙы сәсеү өсөн СУПН-8 сәскесе сығарыласаҡ. Тупраҡты сәсеү алдынан эшкәртеү өсөн бер культивациялау агрегаты КПС-4,2, ике дискылы тырмалар агрегаты, БДМ-4 дискаторы бар. Уларҙың барыһы ла төҙөк. Сәсеүгә 11 трактор сығарыласаҡ. Улар әле сираттағы техник хеҙмәтләндереүҙе үтә”.
Традиция буйынса хужалыҡта ауыл хужалығы техникаһын ремонтлауға урып йыйыу эштәре тамамланғас та тотоналар. Бөгөн ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау буйынса Ришат Миңлеханов етәкселегендә бер бригада эшләй, уның составында – механизатор Абрар Саяфаров, иретеп йәбештереүсе Марат Ғәйнетдинов, водителдәр Владик Йыһаншин һәм Шамил Ғәйнуллин. Ошо көндәрҙә улар Т-150 К тракторына яңы тәгәрмәстәр монтажлағандар.
“Графикҡа ярашлы, февралдә баҫыу эштәрендә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла медицина тикшереүе үтәсәк, ә тракторҙарҙы техник тикшереү 24 мартҡа планлаштырылған,” – ти Филүр Дауыт улы.
Һүрәттә: А. Саяфаров, М. Ғәйнетдинов, Ш. Ғәйнуллин.