“Красный Урал” ауыл хужалығы производство кооперативында мал ҡышлатыу дауам итә.
Бөгөн хужалыҡта 400 баш һыйыр малы аҫрала, шул иҫәптән һауын һыйырҙар 150 баш. Аттар 50 баш.
2020 йылдың ғинуарында һәр һыйырҙан тулайым һауым 145 кг булған.
Бестужев тоҡомло һыйырҙарҙы Илшат Шәрифуллин менән Рәис Мостафин ҡарай. Дүрт һауынсы эшләй: Нурия Мөхәмәтдинова, Лилиә Сәйҙиғәнова, Зәлифә Искәндәрова һәм алмаш һауынсы Таисия Назарова.
Быҙауҙарҙы Ләйлә Ҡасимова менән Вилүрә Зәйнуллина ҡарай.
“Ике айлыҡҡа тиклем айыртылмаған һөт эсерәбеҙ, һуңынан һөт алмаштырғысҡа өйрәтәбеҙ, һоло һәм бесән бирә башлайбыҙ. Витамин сифатында ҡарағай ылыҫы һәм ағас күмере һалабыҙ, эсергестән эсерәбеҙ. Бестужев тоҡомло дүрт нәҫел үгеҙе айырым аҫрала. Уларҙың үҙ рационы: бесәнгә өҫтәп, 4-әр кг фураж бирелә. Фураж баланслы, уның составында борсаҡ, һоло, бойҙай һәм арыш бар. Һыйырҙарға 8–15 кг сенаж һалабыҙ,” – тип һөйләй хужалыҡтың ветеринария табибы Вера Туҡтарова.
Йәш һыйыр малдары өс төркөмгә бүлеп аҫрала, уларҙы малсылар Юнир Шакиров, Данис Зыяҡаев, Рәхмәтулла Ғайнановтар ҡарай. Ферма мөдире бурыстарын Ришат Дилмөхәмәтов башҡара, ул ҡатнаш аҙыҡ әҙерләү өсөн дә яуаплы.
Колхоз рәйесе Әнүр Шәнгәрәев: “Беҙ ит һәм һөт етештереүҙә тотороҡлолоҡ булдырырға тырышабыҙ. Ләкин энергия ресурстары ҡиммәт булыу сәбәпле, был еңел бирелмәй. Һөттө бөгөн бер литрын 20 һумдан һатабыҙ. Усть-Катав ҡалаһы “Пищевик” ЯСЙ-һы продукция өсөн даими түләй. Күптән түгел участка ветеринария табибы Ривал Ғәлимйәновты, медицина хеҙмәткәре Эльза Мостафинаны саҡырып, малсыларҙы, шулай уҡ бухгалтерҙарҙы һәм экономистарҙы уҡыттыҡ. Хеҙмәтсәндәр өсөн махсус кейем һатып алдыҡ. Медицина тикшереүен үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Хәлдәр торошо еңелдәрҙән түгел, ләкин беҙ ауыл хужалығы производствоһын тейешле кимәлдә алып барыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалабыҙ,” – тип һөйләне.
Хужалыҡ аграрийҙары сифатлы продукция етештерергә, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алырға теләй.