Райондың ауыл хеҙмәтсәндәре яуаплы һәм көсөргәнешле осорға аяҡ баҫты. Ауыл хужалығы йылының аҙаҡҡы һөҙөмтәләре яҙғы баҫыу эштәре комплексының ни тиклем көйлө, дөрөҫ һәм ваҡытлы уҙғарылыуына бәйле буласаҡ.
“Үҙәк” МТС-ы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы коллективы яҙғы баҫыу эштәрен тейешле срокта, культураларҙы үҫтереү технологияһы талаптарын теүәл үтәп уҙғара. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә механизаторҙар “Сулпан-7” сортлы ужым арышы сәсеүлектәрен өҫтәмә туҡландырыуҙы башҡарған.
“Ужым арышы август уртаһында 766 гектарҙа сәселгәйне. Бөгөн сәсеүлектең торошо ҡәнәғәтләнерлек. Барлыҡ майҙанда аммиак селитраһы менән азотлы өҫтәмә туҡландырыу башҡарыласаҡ. Минераль ашлама бер гектарға 100 кг иҫәбенән индерелә,” – тип һөйләй предприятиеның агрономы Нуриәхмәт Ҡотошов.
Минераль ашламаны “КамАЗ-45143” автомобилендә Марсель Сәфиуллин ташый. Мәғәфүр Йәрмөхәмәтов “МТЗ-82” тракторында “КУН-0,8” тейәгесе ярҙамында таратҡыстарҙың бункерына тейәй.
Туҡлыҡлы элементтар баҫыуға таратҡыс машиналар ярҙамында һиптереү юлы менән индерелә. Михаил Вшивцев (һүрәттә) – “Туман-2”, Радил Латипов “МХL-3000” агрегатына идара итә.
“Был технологик операция артынса, тупраҡтағы ҡатлауҙы емереп, туҡлыҡлы матдәләрҙең инеүен тәьмин итеү маҡсатында баҫыуҙар тырматыла,” – ти Нуриәхмәт Миңләхмәт улы.