Дыуан районы Мәтәле ауылында бик һирәк осрай торған хәл теркәлгән. Хатта урындағы тәжрибәле ветеринарҙар ҙа бындайҙы бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ, тиҙәр.
Голосовтар ғаиләһе хужалығында һыйырҙың өс быҙауы тыуған. Анастасия һәм Иван – өс бәләкәй баланың ата-әсәһе, шуға күрә бер нисә йыл элек улар таҙа экология һәм үҙҙәре етештергән файҙалы ризыҡ менән туҡланыу өсөн ҡаланан ауылға күсенеп ҡайтҡан.
«Өс быҙау булыр тип бөтөнләй көтмәгәйнек, ныҡ аптыраныҡ. Ике быҙау беренсе булып тыуҙы, ә һуңғыһы, үгеҙе, сибегерәк булып сыҡты. Уны өйгә алып индек. Балалар, ҡыҙыҡ күреп, быҙауҙы һырып алды», – тип һөйләй Анастасия.
Зорька ҡушаматлы һыйыр һәм уның быҙауҙары үҙҙәрен яҡшы хис итә.
Анастасия менән Иван Голосовтар элек Өфөлә йәшәгән. Ғаилә башлығы шунда тыуып үҫкән, ә Анастасия - Бөрө районы ҡыҙы. Улар ҙур ҡалала уҡыған саҡта таныша, өйләнешә, тик икеһенең дә күңеле ауылға тартып тик тора. Ғаиләнең экологик яҡтан таҙа урында йәшәгеһе һәм үҙҙәре аҫраған мал-тыуар ризығы менән туҡланғыһы килә.
Алты йыл элек улар, хыялдарын тормошҡа ашырып, Дыуан районына күсеп ҡайтҡан. Егәрле йәш ғаилә мал аҫырарға ҡарар итә. Бөгөн уларҙың дүрт һыйыры, бер аты бар, умарта ла тоталар.
Егәрле Голосовтар үҙҙәренән ҡалған һөттө урындағы кооперативҡа тапшыралар. Шул уҡ ваҡытта һыйыр майы эшләү өсөн ҡорамал һатып алырға уйлайҙар, бынан тыш, киләсәктә фермер хужалығы булараҡ теркәлергә тигән хыялдары ла бар икән.
В Башкирии корова принесла богатое потомство: на свет появилась тройня
В Башкирии корова принесла богатое потомство. В хозяйстве семьи Голосовых из села Метели Дуванского района кормилица «Зорька» родила тройню.
«Мы никак не ожидали, что будут тройняшки, и были очень удивлены. Две телочки родились первыми, а последний, бычок, оказался послабее. Его мы занесли домой. Детям было очень интересно, они буквально обступили теленка», – рассказала хозяйка Анастасия журналистам местного издания «Дуванский вестник».
Анастасия и Иван Голосовы – бывшие горожане. Несколько лет назад они исполнили свое желание жить в экологически чистом месте и переехали в село. В семье трое детей, старшей дочери пять лет, поэтому чистая экология и здоровое питание с использованием молочных продуктов собственного производства – то, что нужно, уверены родители.
В хозяйстве новоиспечённых сельских жителей — четыре коровы. Все лишнее молоко супруги реализуют в местный кооператив. В планах — обзавестись оборудованием для изготовления сливочного масла, кроме того семья подумывают о регистрации фермерского хозяйства.
Появление на свет сразу трех телят — случай крайне редкий, утверждают ветеринары, которые на днях осмотрели корову и ее трех новорождённых телят. Благополучно выносить тройню и родить всех телят здоровыми животное смогло благодаря хорошему уходу, полноценному рациону, регулярному достаточному питанию и возможности много двигаться, отмечают специалисты.