Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ғинуар 2020, 13:15

Айҙаҡайҙа мәктәп төҙөү тамамлана

Күрше Балаҡатай районы Айҙаҡай ауылында тиҙҙән яңы белем усағы асыла.

Балаҡатай районы Айҙаҡай ауылында 60 урынлыҡ мәктәп менән 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы бинаһын төҙөү тамамлана.
30-сы йылдарҙа уҡ һалынған ағас бина һүтелгәндән һуң балалар клуб бинаһында белем ала ине.
Ә балалар баҡсаһы бында бөтөнләй булмаған – кескәй балаларҙы ата-әсәләр күрше Ҡарлыхан ауылына илтеп ҡуйырға һәм барып алырға мәжбүр.
Мәсхүт Миңлеғәлин, Балаҡатай районы муниципаль район хакимиәте башлығы:

“Социаль объекттың асылыуы яңы эш урындары булдырырға булышлыҡ итәсәк, бының мине шатландырмауы мөмкин түгел. Ләкин иң мөһиме – беҙҙең балалар заманса шарттарҙа белем аласаҡ һәм уңайлы балалар баҡсаһына йөрөйәсәк”.

В деревне Айдакаево Белокатайского района завершается строительство школы с детским садом.
После того, как рабочим пришлось разобрать старую школу 30-х годов постройки, преподаватели были вынуждены проводить уроки в местном доме культуры.
Новая школа рассчитана на 60 ученических мест, детский сад – на 40 мест.
Масхут Минигалин, глава администрации муниципального района Белокатайский район Республики Башкортостан:

“Открытие социально-значимого объекта позволит создать новые рабочие места, что не может не радовать меня. Но самое главное – наши дети будут обучаться в современных условиях и посещать уютный детский сад.”

Фото – из аккаунта М. Минигалина.
Читайте нас: