Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ғинуар 2020, 23:07

Радий Хәбиров балаларҙы мәктәп автобустарында йөрөтөү шарттарын тикшерҙе

Республика башлығы юлға сығырға әҙерләнгән автобустарҙың береһенә инеп, оҙатыусы һәм балалар менән аралашты.

Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров балаларҙы мәктәп автобустарында нисек йөрөтөүҙәрен тикшереү өсөн эш сәфәренең маршрутын үҙгәртте.
Республика башлығы юлға сығырға әҙерләнгән автобустарҙың береһенә инеп, оҙатыусы һәм балалар менән аралашты. Дөйөм алғанда, ул күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды.
«Балаларҙың йылы, уңайлы шарттарҙа йөрөүҙәре минең өсөн бик мөһим, — тине Радий Хәбиров. — Был автобус уңайлы, төҙөк, водитель бөхтә, оҙатыусы бар. Дөйөм алғанда, балаларҙы нисек кәрәк, шулай йөрөтәләр. Мин улар өсөн тынысмын».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 22 ғинуарҙа, Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районына һәм Күмертау ҡалаһына килде.
"Башинформ" материалдарынан:
Читайте нас