Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе базаһында “Кулинар ярыш” район конкурсы үтте.
Туғыҙынсы йыл рәттән уҙғарылыусы был сараны мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороусылар ҙа, уҡыусылар ҙа үҙ итергә өлгөргән.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге баш белгесе, ярыштарҙың баш судьяһы Э. Таһирова әйтеүенсә, был сараның маҡсаты булып сәләмәт туҡланыуҙы пропагандалау, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, уларға кулинар блюдолар әҙерләү буйынса практик күнекмә биреү тора.
Конкурс дүрт этаптан торҙо: визит карточкаһы, өй эше, интеллектуаль ярыш һәм оҫталыҡ дәресе.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-прины Түбәнге Ҡыйғы командаһы яуланы (былтыр ҙа улар еңгәйне). Судьялар 1-се урынды ике командаға – Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се һәм Ләүзә урта мәктәптәренә бирҙе. 2-се урынды – Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы, 3-сө урынды Йыланлы урта мәктәбе алды.
Башҡа командалар номинацияларҙа билдәләп үтелде.
Тулы репортажды “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенең 17 ғинуарҙағы 3-сө һанында уҡығыҙ.
Шулай уҡ беҙҙең гәзиткә онлайн (ҡағыҙ йә иһә электрон версияһына) яҙылыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн сайтта “Яҙылыу” бүлегенә инергә кәрәк.
Л. Саҙретдинова фотолары.