Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Ноябрь 2020, 13:09

Барыһы ла бәләкәйҙән башлана

Үрге Ҡыйғы ауылы лицейында һәм 2-се урта мәктәптә “Экология” милли проекты сиктәрендә сүп-сар һалыу өсөн өс секциялы контейнерҙар ҡуйылды.

Үрге Ҡыйғы ауылы лицейында һәм 2-се урта мәктәптә “Экология” милли проекты сиктәрендә сүп-сар һалыу өсөн өс секциялы контейнерҙар ҡуйылды. Программа республика бюджеты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.
Ҡорамалдар балаларҙы сүп-сарҙы сортларға өйрәтәсәк. Мәҫәлән, һары ҡумтаға – ҡағыҙ һәм картон, ә йәшеленә быяла һәм пластик һалына. Был материалдарҙы ҡабаттан файҙаланырға була. Өсөнсө, урталағы ҡумта ҡатнаш, эшкәртеүгә яраҡлы булмаған ҡалдыҡтар өсөн тәғәйенләнгән. Тулғас, кесе һауыттарҙан сүп-сар стандарт маркировкалы контейнерҙарға бушатыласаҡ, ә ҡатнаш ҡалдыҡтар стандарт контейнерға сығарыласаҡ.
“Сүп-сарҙы айырым йыйыу тирә-яҡ мөхиткә насар йоғонтоно киҫәтергә, экологик хәлде яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Контейнерҙар ҡуйыу менән бер рәттән, балалар һәм ата-әсәләр менән сүп-сарҙы айырым йыйыуҙың, ҡайһы бер материалдарҙы ҡабаттан эшкәртеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә уҙғарыу планлаштырыла,” – ти Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе директоры Ф. Сафин.

А. Ғималова.

Мәғариф учреждениеларында ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙы индереү – бик мөһим аҙым, сөнки нәҡ бәләкәй саҡта экологик фекер йөрөтөү, мәҙәнилек формалаша. Мәктәп уҡыусылары көндәлек тормошта кәрәкле мөһим күнекмәләргә эйә буласаҡ, шулай уҡ сүп-сарҙы бүлергә, уны ғәҙәти сүп-сар итеп кенә түгел, ә эшкәртеү сеймалы итеп ҡарарға өйрәнәсәк.

Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов.

Читайте нас: