Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Ноябрь 2020, 14:14

Юғары нотала

Балалар сәнғәт мәктәбе “Мәҙәниәт” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә музыка ҡоралдары һәм уҡыу материалдары һатып алып, үҙенең матди-техник базаһын яҡшыртты.

Балалар сәнғәт мәктәбе “Мәҙәниәт” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә музыка ҡоралдары һәм уҡыу материалдары һатып алып, үҙенең матди-техник базаһын яҡшыртты.
Мәктәп яңы музыка ҡоралдарына: цифрлы фортепианоға, баяндарға, аккордеондарға, гитараларға, флейта һәм скрипкаларға эйә булды. Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 887 мең һум бүленде, район бюджетынан берлектә финанслау 500 мең һум тәшкил итте. Шулай уҡ былтыр һөнәр алды программалары буйынса 2017 йылдағы балалар һаны күрһәткесе өсөн РФ һәм БР Мәҙәниәт министрлығы линияһы буйынса 349 мең һумлыҡ “Рубинштейн” акустик фортепианоһын алдыҡ.
Балалар сәнғәт мәктәбе 1970 йылда төҙөлгән Үрге Ҡыйғы балалар музыка мәктәбенең эшен дауам итеүсе булып тора. Әлеге ваҡытта мәктәптә хор, балалар вокаль ансамбле, скрипкасылар, ҡурайсылар ансамблдәре, шулай уҡ халыҡ һәм эстрада йүнәлешендәге хореография коллективтары төҙөлгән. Уҡытыусыларҙың “Фантазия” халыҡ вокаль ансамбле эшләй, ул бик күп төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты, дипломанты булып тора.
Быйыл, һис нимәгә ҡарамаҫтан, уҡыусылар һәм педагогтар дистанцион форматта төрлө конкурста ҡатнашыуҙарын дауам итә. Шәрифуллин Эльдар һәм Назарова Дарина (скрипка, уҡытыусы А. Шакирова) Ҡыллы музыка ҡоралдарында йәш башҡарыусыларҙың VI асыҡ конкурсында ҡатнашты; Айгиз Хужахмәтов (гитара, уҡытыусы Р. Хәлимов) гитарала йәш башҡарыусыларҙың I Асыҡ төбәк фестиваль-конкурсында ҡатнаша; “Аманат” ҡурайсылар ансамбле һәм бер нисә солист (уҡытыусы В. Ураҙгилдин) башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың Асыҡ төбәк конкурсында сығыш яһай (Өфө ҡалаһы); “Фантазия” вокаль ансамбле һәм балалар вокаль ансамбле Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Асыҡ төбәк балалар һәм һөнәри вокаль-хор ансамблдәре конкурс-фестивалендә ҡатнашасаҡ (Өфө ҡалаһы).
Быйыл балалар сәнғәт мәктәбен 16 уҡыусы тамамланы. Улар йәштәре буйынса райондың дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡыуҙарын дауам итә. Ике сығарылыш уҡыусыһы, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инергә әҙерләнеү өсөн, Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыуҙарын дауам итергә теләк белдерҙе.
Мәктәп коллективы киләсәккә бик күп ижади пландар ҡора. Беҙ үҙ сафыбыҙға йәш һәм дәртле, талантлы, заманса ҡарашлы, ижади, балаларҙы яратыусы кешеләрҙе ҡабул итергә әҙербеҙ.

Г. Минһажева,

Балалар сәнғәт мәктәбе директоры.

А. Ғималова фотоһы.

Һүрәттә: балалар яңы музыка ҡоралдары менән.
Читайте нас: