Башҡортостандың Мәғариф министрлығында ниндәй температурала мәктәптәрҙә дәрес үткәрелмәүен аңлаттылар.
Ныҡ һыуыҡ көндәрҙә дәрес үткәрмәү тураһында ҡарарҙы мәктәп етәкселеге ҡабул итергә, бында климат, һауа шарттары, уҡыусыларҙың грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү кимәле иҫәпкә алынырға тейеш, тип белдерҙеләр ведомствола. Шул уҡ ваҡытта баланы мәктәпкә ебәреү-ебәрмәүҙе ата-әсәһе хәл итә. Әммә мәктәп, тышта ниндәй температура булыуға ҡарамаҫтан, уҡыу процесын ойошторорға бурыслы.
Федераль нормативтар буйынса, ауылда – 23, ҡалала 25 градус һыуыҡ булған осраҡта, 1-4-се класс уҡыусылары дәрескә килмәҫкә хоҡуҡлы. Ә -25 градуста – ауылда, 27 градустан түбәнәйһә, ҡалала 5-9 класс уҡыусыларына дәрес үткәрелмәй. Ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары – 30, ҡаланыҡылар 32 градус һыуыҡта дәрескә килмәҫкә мөмкин.
В Минобре Башкирии разъяснили, при какой температуре отменяются занятия в школах
В Минобразования Башкирии разъяснили, при какой температуре наружного воздуха могут быть отменены занятия в школах.
Решение об отмене уроков из-за сильных морозов каждая школа принимает самостоятельно, с учетом климата, текущих погодных условий и уровня заболеваемости учащихся гриппом и ОРВИ, уточнили в ведомстве. При этом окончательное решение о посещении школы ребенком принимают его родители. Однако школа обязана организовать учебный процесс при любой температуре для любого количества обучающихся.
По федеральным нормативам, ученики 1-4 классов сельских школ имеют право не приходить на уроки при температуре 23 градуса ниже нуля, городских школ — при 25 градусах мороза. Занятия у учащихся 5-9 классов в сельских школах отменяются при -25 градусах, в городских — при 27 градусах мороза. Старшеклассники сельских школ могут не посещать занятия при температуре воздуха 30 градусов мороза, городских — при 32 градусах.