Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Февраль 2021, 17:29

“УҠЫТЫУСЫ! ОШО ИСЕМДӘН ДӘ БӨЙӨГӨРӘК НИНДӘЙ ИСЕМ БАР…”

Район мәҙәниәт йортонда “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2021” республика конкурсының муниципаль этабы үтте.

Район мәҙәниәт йортонда “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2021” республика конкурсының һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсының муниципаль этаптары үтте.
Еңеүсе исеме һәм республика этабында район намыҫын яҡлау хоҡуғы өсөн 12 уҡытыусы көрәште. Билдәләп үтергә кәрәк, абруйлы оҫталыҡ конкурсында ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта бара. Бындай саралар педагогтар өсөн әһәмиәтле һәм мөһим булып тора.
Конкурс ике этапта уҙҙы. Ситтән тороп уҙғарылған тәүге этап “Интернет-ресурс” һәм “Педагогик кейс” һынауҙарын үҙ эсенә алды. Икенсе турҙа педагогтар дәрестәр уҙғарҙы, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, белем биреү методикаларын һәм технологияларын трансляциялау юлдарын күрһәтте. Нәҡ ошо этап педагогтарға үҙ һәләттәрен тулыһынса асып һалырға, ә жюриға конкурсанттарҙы лайыҡлы баһаларға мөмкинлек бирҙе. Һынауҙар “түңәрәк өҫтәл” артында “Һәләтле уҡыусылар: асыҡлау, ярҙам күрһәтеү һәм үҫтереү” темаһына әңгәмә менән тамамланды.
Барлыҡ һынауҙар һөҙөмтәһендә еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде.
Ошолай итеп, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2021” конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе итеп Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы информатика уҡытыусыһы Ғиззәтуллин Алмаз Роберт улы танылды.
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2021” конкурсының муниципаль этабы призеры Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр:
Камилова Лилиә Йәһүҙә ҡыҙы, Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе инглиз теле уҡытыусыһы;
Камаева Регина Ринат ҡыҙы, Ләүзә урта мәктәбе рус теле һәм әҙәбите уҡытыусыһы.
Материалдың тулы вариантын "Беҙҙең Ҡыйғы" гәзитенең 2021 йылдың 19 февралендәге 8-се һанында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: