Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Ноябрь 2017, 14:24

ҺЫЛЫУҘАР ҺӘМ ҺӘЛӘТЛЕЛӘР

Күркәм байрам – Әсә көнө алдынан районда “Ҡыйғы гүзәле – 2017” үтте. Быйыл матурлыҡ конкурсы Экология йылына арналды. Унда 15–20 йәштәрҙәге ун ҡыҙ ҡатнашты. Зал тулы тамашасылар ҡыҙҙарҙың сәхнәгә сығыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алды.

Күркәм байрам – Әсә көнө алдынан районда “Ҡыйғы гүзәле – 2017” үтте. Быйыл матурлыҡ конкурсы Экология йылына арналды. Унда 15–20 йәштәрҙәге ун ҡыҙ ҡатнашты. Зал тулы тамашасылар ҡыҙҙарҙың сәхнәгә сығыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Тәүге һынау ғәҙәттәгесә “Визитка” тип аталды. Уның барышында һылыуҡайҙар үҙҙәре, һәләттәре һәм өлгәшкән уңыштары хаҡында һөйләне. Ҡыҙҙар тулҡынланыуҙарын еңеп, конкурстың тәүге минуттарынан сығыштарын уңышлы башлап ебәрҙе. Артабан музыкаль номерҙарға сират етте, конкурста ҡатнашыусылар туған телдәрендә йыр башҡарҙы. Азалия Мөхәмәтдинова (Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы) үҙенең моңло тауышы менән барыһын да арбаны. Шулай уҡ Ләйсән Искәндәрова (Арыҫлан ауылы) башҡарған йыр ҙа тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Бейеү конкурсында ла ҡыҙҙар бер-береһенән ҡалышманы. Конкурс гүзәлкәйҙәре артабан, жюри һорауҙарына яуап биреп, үҙҙәренең экология буйынса тәрән белемгә эйә булыуын иҫбатланы. Һәр конкурста ҡатнашыусы экология проблемаһы буйынса сығыш яһап, үҙ ҡарашын белдерҙе. Бында Алия Янбаева (2-се һанлы Үрге Ҡыйғы урта мәктәбе) айырылып торҙо. Сараның һуңғы өлөшөндә ҡыҙҙар байрам күлдәктәрен күрһәтте. Ҡупшы күлдәктәрҙәге гүзәлкәйҙәргә һоҡланмау мөмкин түгел ине. Мәртәбәле жюри һәр сығышты 5 баллы шкала буйынса баһаланы. Ҡыҙҙар барыһы ла аҡыллы, һөйкөмлө, талантлы булғанға күрә, жюриға улар араһынан иң һылыуын һайлап алыу ҡыйынға төштө, әммә төп призды бер генә конкурсантка алырға тейеш. Һөҙөмтәлә “Ҡыйғы гүзәле–2017” титулын 2-се һанлы Үрге Ҡыйғы урта мәктәбенән Риана Можаева яуланы. Һылыу һәм нәфис ҡыҙ барыһын да ҡабатланмаҫ тәбиғилеге, ижади таланты, күңел байлығы менән һоҡландырҙы. Беренсе “Вице-мисс” исеменә Ләйсән Искәндәрова (Арыҫлан ауылы), икенсе урынға Азалия Мөхәмәтдинова (лицей) лайыҡ булды. Башҡа ҡыҙҙар номинацияларҙа бүләкләнде: “Мисс Талант” номинацияһында – Виктория Ғибатова (Вәҡиер ауылы), “Мисс Һөйкөмлөлөк” – Элиза Ғарифуллина (2-се һанлы урта мәктәп), “Мисс Грация” – Регина Фазлетдинова (2-се һанлы урта мәктәп), “Мисс Фантазия” – Регина Камалова (лицей), “Мисс Нәфислек” – Ләйсән Зиннурова (Түбәнге Ҡыйғы), “Мисс Нәзәкәтлелек” – Ильнара Мөхәмәтова (Дыуан күп профилле колледжының Ҡыйғы филиалы) һәм “Мисс Тапҡырлыҡ” – Алия Янбаева (2-се һанлы урта мәктәп). Н. Тәүәбилов. А. Камалетдинов фотоһы
Читайте нас: