Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Ноябрь 2017, 17:20

Шиғыр Бәйгеһе

“Беҙҙең Ҡыйғы» - шәп гәзит , Районыбыҙ баҫмаһы . Шатландыра ,рухландыра Хәбәрселәр яҙмаһы.

“Беҙҙең Ҡыйғы» - шәп гәзит ,

Районыбыҙ баҫмаһы .

Шатландыра ,рухландыра

Хәбәрселәр яҙмаһы.


Кәрәк икән, программаны

Ал да ҡараштырып сыҡ .

Ҡотлау бирәһең килһә ,

Һис юҡ һиңә ҡаршылыҡ .


Кемдәрҙе бүләкләгәндәр ,

Ҡайҙа мәктәп хәбәре ,

Ниндәй рубрика оҡшай –

Һайла үҙең хәтәрен .


Республикала ниҙәр бар ,

Уны ла була белеп.

Һәр һан менән танышып бар ,

Үҙең уҡып һәм күреп .


Төрлө ауылдарҙан килә

Ижад һөйөүселәрҙең

Шиғри күстәнәстәре.

Фотоһүрәттә сағыла

Ҡыйғының биҙәктәре .


Почетлы граждандарыбыҙ

Гәзитебеҙ түрендә .

Уларҙың тормош юлы

Маҡтауға лайыҡ гел дә.


Редакция донъяһына

Егәрлеләр йыйылған .

Баҫмабыҙҙың үренә

Шәп етәксе ҡуйылған.


Бер быуат та булып килә

Яратҡан гәзитемә .

Һәр саҡ теләп ҡалам мин

Ижад ҡомары һиңә !



Һәр тармаҡта эштәр ҡайнай ,

Ә гәзиттә - сағыла.

Подписка –ҙур кампания,

Барыбыҙға ҡағыла.


Алдырығыҙ ,уҡығыҙ

Бай тарихлы гәзитте .

Элек өлгөрмәгәндәргә

Яҙылыр ваҡыт етте .


Илһам Ғәлимйән улы Латипов .

Алағуз ауылы.

2017 йыл, 24 ноябрь.

Илгам Галимьянович Латыпов .



Читайте нас: