Мини-чемпионат “Ворлд- скиллс” (“Йәш профессионалдар”) форматында колледждың Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалында үтте. Һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, уҡыусыларҙың кулинар оҫталыҡтарын камиллаштырыу сараның төп маҡсаттары булып торҙо. Конкурста ҡатнашыусылар билдәле ваҡыт эсендә ҡатмарлы гарнир менән бифштекс әҙерләргә һәм уҡыу йорто директорының уҡытыу бүлеге буйынса урынбаҫары Л. Филимазова етәкселегендәге уҡытыусыларҙан торған абруйлы жюриға күрһәтергә тейеш ине. Жюри эш урынында гигиена ҡағиҙәләрен үтәүҙе, технологик ҡорамалдарҙы дөрөҫ файҙаланыуҙы, аш-һыуҙың технологик карталарға ярашлы булыуын һәм тәм сифаттарын ғына түгел, әҙерләүҙең үҙенсәлеклелеген дә баһаланы. “Алеся конкурста үҙенең яҡшы оҫталығын күрһәтте. Блюдоны тиҙ һәм сифатлы әҙерләне, матур итеп биҙәп тәҡдим итте һәм юғары балға лайыҡ булды. Жюри шулай уҡ уның “Карвинг” техникаһында йәшелсәләрҙән яһап килтергән өй эшен дә юғары баһаланы. Һөҙөмтәлә икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Был яҡшы күрһәткес. Әммә шул уҡ ваҡытта уға үҙ оҫталығын артабан камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк,” – тип хәбәр итте беҙгә уҡытыусы З. Вәлиева.