Г. Ғарипова етәкселегендә эшләп килгән “Дуҫлыҡ” фольклор коллективы Өфөлә “Башҡорт шәле – 2017” IX асыҡ Республика фестиваль-конкурсында ҡатнашты.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, халыҡ кәсебе – дебет шәл бәйләүҙең данын таратыу был сараның төп маҡсаты булып торҙо. Ҡыйғы коллективы “Башҡортостан Республикаһында художестволы кәсептәрҙе тергеҙеү, үҫтереү һәм ярҙам итеү өсөн” БР-ҙың Художестволы халыҡ кәсептәре оҫталары ассоциацияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Фестивалдә ҡатнашыусы Рәфилә Хәсәнова: “Беҙҙең район башҡорт шәле фестивалендә тәүге тапҡыр ҡатнашты, – тип һөйләне.
– Ҡыйғы оҫталары конкурсҡа кәзә мамығынан һәм һарыҡ йөнөнән бәйләнгән әйберҙәр алып барҙы. Фестиваль сиктәрендә мамыҡтан бәйләнгән әйберҙәр күргәҙмәһе эшләне һәм һатыу ойошторолдо. Беҙҙең оҫталарҙың бәйләмдәре шунда уҡ һатылып бөттө. Иң өлкән йәштәге ҡатна- шыусы, ҡул эше оҫтаһы Зәйтүнә Хәйретдинова “Башҡорт шәлен рекламалау ролигы” ижад программаһы өсөн” номинацияһында диплом яуланы. Шул уҡ ваҡытта был башҡорт шәлен иң яҡшы рекламалау буйынса командалар араһында ижади ярыш та булып торҙо. Беҙҙең “Дуҫлыҡ” командаһы волонтерҙар: ҡурайсы Алмаз Ғарипов, баянсы Вәли Ниғмәтуллин, йырсы Лида Зарипова һәм бейеүселәр династияһы: өләсәй Венера, әсәй Айгөл һәм ейәнсәр Элина Минһажевалар ҡатнашлығында Гөлнур Ғарипова яҙған шаян, дәртле таҡмаҡтар башҡарҙы. Сәүиә Йомағолова “Халыҡ кәсебе – башҡорт шәлен пропагандалау һәм үҫтереү” номинацияһында дипломант булды. Ул махсус бүләк – аҡсалата премия алды. Ҡул эштәре оҫтаһы үҙенең мамыҡ шәлдәрен күрһәтеүҙән тыш, бәйләргә яңы өйрәнеүселәргә кәзә мамығын эшкәртеү буйынса оҫталыҡ дәресе лә уҙғарҙы.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.