Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Декабрь 2017, 17:17

РУХ НЫҠЛЫҒЫН ЮҒАЛТМАЙЫНСА

Рәсәй Пенсия фонды идаралығының Ҡыйғы районы етәксеһе Л. Нәзирова әйтеүенсә, әлеге көндө районда 1211 инвалид иҫәпләнә, шуларҙың һигеҙе – 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары. 81 кеше – I төркөм, 332 – II төркөм, 723 – кеше III төркөм инвалиды тип табылған, шулай уҡ 75 инвалид бала бар. Улар – физик, сенсор, интеллектуаль йәки психик яҡтан һаулыҡтары тулы булмаған кешеләр

Рәсәй Пенсия фонды идаралығының Ҡыйғы районы етәксеһе Л. Нәзирова әйтеүенсә, әлеге көндө районда 1211 инвалид иҫәпләнә, шуларҙың һигеҙе – 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары. 81 кеше – I төркөм, 332 – II төркөм, 723 – кеше III төркөм инвалиды тип табылған, шулай уҡ 75 инвалид бала бар. Улар – физик, сенсор, интеллектуаль йәки психик яҡтан һаулыҡтары тулы булмаған кешеләр.

Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының урындағы бүлексәһе рәйесе Р. Хәсәнова был категория граждандарға йәмғиәт мөхитендә юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итеүгә күп тырышлыҡ һәм күңел йылыһы һала. Ул ҡул эштәре күргәҙмәләре, конкурстар һәм башҡа саралар ойоштора. Ошондай район күргәҙмәләренең береһендә тыуған яҡ тәбиғәте һүрәтләнгән график эштәр тамашасыларҙың да, жюриның да иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Был эштең авторы – Абзай ауылында йәшәүсе Денис Заһитов. Денис – эшһөйәр һәм уңған Фәнүзә Фәрит ҡыҙы менән Рәшит Мөхәмәтнур улы Заһитовтарҙың өлкән улы. Ике һеңлеһе – Юлиә менән Гүзәл ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй. Силәбе өлкәһе Миәс ҡалаһында медицина училищеһының дүртенсе курсында уҡығанда Денис поезд аҫтында ҡала. Өс айҙы дауахана карауатында үткәрә. Өҙөлгән аяҡтарының фантом һыҙлауын, ул саҡтағы күңел әрнеүен Денистың бөгөн иҫенә төшөргөһө лә килмәй. Өмөтһөҙлөккә бирелмәҫкә ата-әсәһе, туғандары һәм дуҫтары ярҙам итә. Ауыртыу- һыҙланыуҙарҙы еңеп, ул уҡыуын тамамлай һәм диплом ала. Егет хәсрәтле уйҙарынан арыныу теләге менән, ҡулына ҡәләм һәм ҡағыҙ алып, графика менән шөғөлләнә башлай. Мәктәптә уҡығанда уҡ У. Таһиров алып барған һүрәт төшөрөү һәм һыҙым дәрестәрен ныҡ ярата. Бер саҡ ул шулай сатрашлап сигеп ҡарай… һәм иҫ киткес матур килеп сыға. Әле уның эштәре район һәм республика күргәҙмәләренә ҡуйыла. Дипломант исеменә лайыҡ булған. Денис Рәшит улы күп ваҡытын компьютер артында үткәрә. Интернет селтәрендә ул, үҙ ауыр хәлдәрен еңеп сығып, йәшәргә һәм йәмғиәткә файҙа килтерергә көс тапҡан тиҫтерҙәре менән аралаша. Был егеттәр “Инвалидлыҡ хөкөм түгел, тормошта килеп тыуған өҫтәмә ҡаршылыҡ ҡына” тип иҫәпләй. Шулай ҙа тирә-яҡтағыларға уларға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға, кәрәк саҡта ярҙам итеп торорға кәрәктер. Денис йәшәгән йортҡа, ул үҙе сығып йөрөй алһын өсөн, пандус яһау, шулай уҡ өйҙө йылытыу өсөн газ индереүгә аҡсалата ярҙам күрһәтеү бер ҙә артыҡ булмаҫ ине. Уға шулай уҡ, аяҡ протездары алыу өсөн, республика һәм Рәсәй ҡалаларында тулы тикшереү үтеүгә ярҙам талап ителә, ә ихтыяр көсө уның етерлек.

Л. Саҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: