Кәримов Рәүил (Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының 5-се класс уҡыусыһы) Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң “Технодрев” берекмәһендә өсөнсө йыл шөғөлләнә. Ул “Ут ҡыйыуҙарға ғына буйһона” республика балалар ижады конкурсының муниципаль этабында еңеү яуланы. Эше республика этабына ебәрелде һәм унда икенсе урынға лайыҡ булды. Берекмә етәксеһе З. Йәнгиров Рәүилдең бик әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан, ижади ҡарашлы булыуын, занятиеларға ҡалдырмай йөрөүен билдәләй. Бөгөн “Технодрев” берекмәһендә дүрт төркөмдә 32 бала шөғөлләнә. “Йәшел планета – 2017” халыҡ-ара конкурсының төбәк этабында Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң 27 уҡыусыһы 4 номинацияла ҡатнашты. “Һүрәт төшөрөү һәм әүәләп яһау” берекмәһе тәрбиәләнеүселәре Аделина Ғабдрасулова, Регина Әхмәт- динова, Лидия Шакировалар (етәксе Н.В. Мурзина) – “Йәшел планета балаларҙың күҙҙәре менән” номинацияһында, “Оҫта ҡулдар” коллективы “Хәҙерге заман һәм традициялар” номинацияһында призлы урын яуланы. Луиза Самиҡова һәм Рәүил Сафин (“Оҫта ҡулдар” берекмәһе, етәксеһе Г.З. Хисретдинова) “Күп быуатлыҡ традицияларҙың төрлөлөгө” номинацияһында еңеүсе булды.
З. Ғималетдинова әҙерләне.
Фото пионерҙар һәм уҡыусылар йорто архивынан.