Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Декабрь 2017, 17:45

“Ҡыйғыларға мираҫ”

Өфө ҡалаһының “Йәсмин” нәшриәтендә 250 дана тираж менән “Ҡыйғыларға мираҫ” фәнни- публицистик альманахтың тәүге һаны баҫылып сыҡты. Беҙҙең районда эшләүсе йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлегенә арналған баҫманы сығарыу инициаторы булып Башҡортостан татарҙары конгре- сының Ҡыйғы район бүлексәһе торҙо.

Өфө ҡалаһының “Йәсмин” нәшриәтендә 250 дана тираж менән “Ҡыйғыларға мираҫ” фәнни- публицистик альманахтың тәүге һаны баҫылып сыҡты. Беҙҙең районда эшләүсе йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлегенә арналған баҫманы сығарыу инициаторы булып Башҡортостан татарҙары конгресының Ҡыйғы район бүлексәһе торҙо.

Баҫманың баш мөхәррире һәм уны сығарыу буйынса яуаплы Р. Асҡаров: “Киләһе һандарҙа “Тыуған яҡтың тарихы һәм бөгөнгөһө”, “Онотолған исемдәрҙе кире ҡайтарабыҙ”, ”Әхлаҡ, ғаилә һәм тәрбиә”, “Минең гүзәл тыуған телем”, “Тарих һәм мәҙәниәт” рубрикалары аҫтында материалдар баҫыласаҡ. Бөгөнгөнө ихлас ҡабул итеп, матурлыҡты аңлап, ата- бабаларҙың данлы үткәнен иҫтән сығармаһаҡ, беҙ тормоштоң төрлө өлкәһендә гармонияға, кешеләр араһындағы изгелек һәм дуҫлыҡҡа юл таба алырбыҙ. Уҡыусыларыбыҙҙан тәҡдимдәр көтәбеҙ. Материалдар татар, башҡорт, рус телдәрендә ҡабул ителә һәм баҫыла,” – тип һөйләне.
Л. Саҙретдинова.

Читайте нас: