Сарала ҡатнашыу өсөн 37 автоһәүәҫкәр йыйылды. Уларҙың иң әүҙемдәре үҙ “тимер аттарында” билдәләнгән сәғәттән күпкә иртәрәк килеп, парковка өсөн билдәләнгән майҙансыҡтан урын алды. Сараны үткәреү урынында хәүефһеҙлекте ЮХХДИ бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре тәьмин итте, бының өсөн Ҡыйғы мәғлүмәт үҙәге администрацияһы уларға сикһеҙ рәхмәтле. Шулай уҡ машиналарҙы ҡуйыу урынын ҡарҙан таҙартҡан өсөн, Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе хакимиәтенә һәм “Ғәлиәскәров” шәхси пред- приятиеһына рәхмәт белдерәбеҙ. Отошта ҡатнашыусы һәр кешегә айырым номер бирелде. Дүрт еңеүсенең исеме сараға килеүселәр араһынан осраҡлы һайлау юлы менән билдәләнде. Тәүге бүләкте – “Ҡышҡы ярҙам” йыйылмаһын Дүшәмбикә ауылында йәшәүсе гәзит уҡыусыбыҙ, ҙур стажға эйә автоһәүәҫкәр Юрис Шаһивәлиев отто. “Район гәзитенә яҙылып, отошҡа әл дә килгәнмен әле. Яратҡан гәзитебеҙҙе артабан да алдырасаҡбыҙ,” – тине ул, шатлығын йәшермәйенсә. Артабанғы приздарға – компрессорҙарға Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүселәр: Ғәли Сиражетдинов, Зилә Миңлебаева һәм Нәзирә Зыяева эйә булды. “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитен даими алдырабыҙ, район яңылыҡтарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып барабыҙ. Барлыҡ яҡташтарыбыҙҙы гәзиткә яҙылырға һәм акцияларҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ,” – ти улар бер тауыштан. Барлыҡ еңеүселәрҙе ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм беҙҙең бүләктәр ярҙамында улар үҙ автомобилен хәүефһеҙерәк, уңайлыраҡ, тимәк, бәхетлерәк итә алыр, тип ышанабыҙ. Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ һәм, ҡалған гәзит уҡыусыла- рыбыҙға киләһе тапҡыр мотлаҡ уңыш йылмайыр, тип ышанабыҙ. Юлдарығыҙ һәр саҡ имен булһын! “АҘНА ҺАЙЫН ПРИЗ” Йома шулай уҡ “Аҙна һайын приз” акцияһы отошо үтте. Был юлы Түбәнге Ҡыйғы ауылында йәшәүселәргә: Алһыу Талиповаға һәм Эмиль Дилмөхәмәтовҡа бәхет йылмайҙы. Киләһе отош йома, 22 декабрҙә үтәсәк.
З. Закирова. С. Исмәғилева фотоһы.